Рособрнадзор тик Педагогик үлсәмдәр федераль институтының рәсми сайтын һәм Рособрнадзорҙың рәсми сайтындағы “Навигатор ГИА” бүлеген генә ҡулланырға тәҡдим итә. Тик шунда ғына бөтә предметтар буйынса БДИ һәм ТДИ-ның контроль-үлсәү материалдарының (контрольно-измерительные материалы – КИМ) демонстрация варианттары, шулай уҡ заданиеларҙың асыҡ банктары һәм алдан бирелә торған БДИ варианттары урынлаштырыла. Был ресурстарҙа шулай уҡ заданиеларҙы төҙөүселәрҙән үҙ аллы әҙерләнеү өсөн видеоконсультациялар ҙа була.
Имтихандарға тиклем КИМ-дың таралыуы мөмкин түгел, тиҙәр Роскомнадзорҙа. Ҡатмарлы технология ныҡлы һаҡлау тәьмин итә. Ә инде интернетта таратылған “яуаптарҙың” биреләсәк заданиеларға бер ниндәй ҡағылышы ла юҡ.
Сығанаҡ: Российская газета.