Йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, рус теле һәм профилле математика фәндәре ҡабатлап тапшырыусылар араһында бигерәк тә популяр булған.
Рәсәйҙә йәмғеһе 135 496 кеше имтиханды ҡабатлап тапшырған (былтыр – 107 136). Шуларҙан 233 кеше 100 балл алыуға өлгәшкән. 9,2 проценттың һөҙөмтәһе үҙгәрешһеҙ ҡалған. Ҡалғандарҙың балдары кәмегән, уларҙың яртыһынан күберәге былай ҙа минималь кимәлдән үтмәгән булған.
Өфөлә 5 бала имтиханды ҡабат тапшырыу һөҙөмтәһендә 100 балл алған.
Сығанаҡ: Башинформ.