-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
28 Ноябрь , 16:37

Росхим олимпиадаһында ҡатнашһың, БДИ-ға балл өҫтәлә

Росхимдың Ҙур олимпиадаһында быйыл бөтә Рәсәй буйынса 7–11 синыфтарҙағы 10 меңләп уҡыусы ҡатнашасаҡ.

Мәктәпте тамамлағас, химиялы йүнәлештәр буйынса белем алырға теләгән балаларға Росхим холдингы яңы олимпия миҙгеле башланыр алдынан, йылдағыса,  үҙ проектын тәҡдим итә.  Холдингтың был йүнәлештәге эшмәкәрлеген республика мәғариф министры урынбаҫары Светлана Антипина юғары баһаланы.

Башҡортостан сода компанияһы 2018 йылда тәү башлап Ҙур сода олимпиадаһын үткәргәйне. Росхим был башланғысты яңы кимәлгә күтәрҙе: белем бәйгеһе Рәсәй Мәғариф министрлығы хуплаған олимпиадалар исемлегенә индерелде.

Быйыл Росхимдың Ҙур олимпиадаһы илдең 7 төбәгендә, 14 ҡалала һәм бөтә Рәсәй буйлап 15 майҙансыҡта үтә. Башҡортостандағы майҙансыҡтар – Салауат индустриаль һәм Стәрлетамаҡ химик технологиялар колледждары, ӨДНТУ-ның Химик технологиялар һәм инжиниринг институты. ӨДНТУ үҙенең филиалдарының ҡайһыһына булһа ла инергә теләгән олимпиада еңеүселәренә 7–10 өҫтәмә балл бирә.

Химия тармағы олимпиадаларын үткәрә башлағандан алып 7 йыл эсендә Рәсәйҙә  3000-дән ашыу бала уларҙың ҡатнашыусыһы булды. Башҡортостан һөҙөмтәләр буйынса алдынғылар иҫәбендә килә. Былтыр беҙҙекеләрҙән 87 кеше призер һәм еңеүсе булды, айырыуса Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө һәм Ишембай уҡыусылары төплө белемдәрен күрһәтте. Мәҫәлән, 3-сө башҡорт лицей-интернатының (Стәрлетамаҡ) химия уҡытыусыһы Алмаз Насретдиновтың уҡыусылары йыл да иң көслөләр иҫәбенә инә. 2024/25 уҡыу йылында уларҙан 5 еңеүсе һәм 7 призер булды.

Росхимдың Ҙур олимпиадаһына теркәлеү 2025 йылдың 15 декабренә тиклем дауам итә. Химия йүнәлешендә үҙен һынап ҡарарға теләгәндәргә ишектәр асыҡ, рәхим итегеҙ: https://ruschemolymp.ru.

Росхим олимпиадаһында ҡатнашһың, БДИ-ға балл өҫтәлә
Росхим олимпиадаһында ҡатнашһың, БДИ-ға балл өҫтәлә
Росхим олимпиадаһында ҡатнашһың, БДИ-ға балл өҫтәлә
Росхим олимпиадаһында ҡатнашһың, БДИ-ға балл өҫтәлә
Росхим олимпиадаһында ҡатнашһың, БДИ-ға балл өҫтәлә
Росхим олимпиадаһында ҡатнашһың, БДИ-ға балл өҫтәлә
Росхим олимпиадаһында ҡатнашһың, БДИ-ға балл өҫтәлә
Росхим олимпиадаһында ҡатнашһың, БДИ-ға балл өҫтәлә
Росхим олимпиадаһында ҡатнашһың, БДИ-ға балл өҫтәлә
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас