Рәсәй Мәғариф министрлығына ҡараған юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн 11-се синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарында кәм тигәндә ошондай балдар алырға тейеш:
рус теле – 42 балл
математика, профиль кимәл – 40
физика, әҙәбиәт, география – 40-ар балл
биология, химия – 39 балл
тарих – 38 балл
сит тел – 35 балл
информатика – 45 балл
йәмғиәт белеме – 42 балл.
Министрлыҡ юғары уҡыу йорттарына был исемлекте бары тик тәҡдим итә, йәғни юғарыраҡ талап, ҙурыраҡ үтеү балы ҡуйыу мөмкинлеге вуздарҙың үҙ ҡарамағына ҡалдырыла. Шуның өсөн абитуриенттар үҙе һайлаған юғары уҡыу йортоноң рәсми сайтындағы шарттар менән танышырға тейеш.
Сығанаҡ: Башинформ.