Был ҡарар Рәсәй Мәғариф министрлығы приказында нығытылған. Награда алыусылар тураһында белешмә Дәүләт мәғлүмәт ресурсына тапшырыласаҡ.
Рособрнадзор белдереүенсә, 2026 йылдан башлап Бөтә Рәсәй ТехноГТО комплексының алтын билгеһенә эйә булыусыларға БДИ-ла 10 балл өҫтәлә.
Алтын билгене алыу өсөн тәүҙә көмөш билгене яуларға кәрәк: ТехноГТО сайтында кәм тигәндә 5 онлайн-норматив тапшырырға.
Артабан үҙең барып, йәғни көндөҙгө, белемдәреңде күрһәтеү этабы була.
Алтын билге уңышлы үтелгән ике көндөҙгө норматив өсөн бирелә.
«Октябрҙән декабргә тиклем үткән тәүге күмәк сессия йомғаҡтары буйынса илдең 21 төбәгенән 105 уҡыусы алтын билдә яуланы ла инде. Балалар пилотһыҙ аппараттар ҡулланыуҙан, киберхәүефһеҙлектән алып электроника һәм фактчекингҡа тиклем көнүҙәк йүнәлештәрҙә булдыра алған эштәрен күрһәтте. 2026 йылда ТехноГТО нормативтарын тапшырыуҙың яҙғы көндөҙгө сессияһы март айында башлана. 2026 йылға ТехноГТО майҙансыҡтарын һайлап алыу 1 февралгә тиклем дауам итәсәк – илдең барлыҡ төбәктәренән бөтә төр белем биреү ойошмалары ғариза бирә ала», — тиҙәр Рособрнадзорҙа.
Белеүегеҙсә, ТехноГТО комплексы – Милли технологик олимпиаданың бер өлөшө. Проект Фәнни-техник инициативаның Түңәрәктәр хәрәкәте тарафынан "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" президент платформаһы менән берлектә, Беренселәр Хәрәкәте һәм Юғары иҡтисад мәктәбе булышлығында тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ Башинформ.