Имтихандың бөтә пункттарын тулыһынса ватан программа тәьминәтенә күсереү 2027 йылға билдәләнгән.
Рособрнадзор БДИ-ҙы Linux операцион системаһында үткәрәсәк программа тәьминәтенең эшен һынауҙы ойошторған.
Күнекмәлә илдәге һәм сит илдәрҙәге 1346 имтихан үткәреү пунктының 28 мең белгесе ҡатнашҡан. Сара барышында, Linux ОС-ын ҡулланып, имтихан материалдарының тулы комплектын һаҡлаулы интернет-каналдар аша тапшырыу, пункттарҙағы аудиторияларҙа имтихан материалдарын баҫыу һәм сканлау башҡарылған.
Күнекмәләр уҡыусылар ҡатнашлығынан тыш үткән.
"Яңы системаға күсеүҙең төп маҡсаты – технологик бойондороҡһоҙлоҡто тәьмин итеү һәм имтихандарҙың мәғлүмәти хәүефһеҙлеге кимәлен күтәреү. Был имтихан материалдарын имтихан үткәреү пункттарына тапшырыуҙы һәм эшкәртеүҙе көйләйәсәк", – тигәндәр ведомствола.
Тикшереүҙе уңышлы үткән төбәктәр яңы операцион системаны 2026 йылда уҡ ҡуллана аласаҡ, ә тулыһынса күсеү 2027 йылға тәғәйенләнгән.
Фото: «Башинформ» / архив
Сығанаҡ: Башинформ.