4 февралдә Рособрнадзор менән Белем биреү сифатын баһалау федераль институты 2026 йылғы Бөтә Рәсәй белем тикшереү эштәренә әҙерлекте тикшергән.
Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетберҙин белдереүенсә, «ТДИ-ны тапшырам!» проектының эше һәм профессиональ етешһеҙлектәрҙе ваҡытында асыҡлау арҡаһында имтихандарҙы тапшырыу яҡшырған. Түбән һөҙөмтәле мәктәптәр һаны ике тапҡырға кәмегән.
Был турала министр үҙенең телеграм-каналында яҙа.