Әбйәлил районы мәктәптәрендә 9-сы синыфтар өсөн һынау имтиханы үткән. Асҡарҙың 1-се мәктәбендә райондың 315 уҡыусыһы информатика буйынса төп дәүләт имтиханын тапшырып ҡараған.
Бындай репетиция "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлектең системалы алып барылыуы арҡаһында мөмкин булған.
"Һынау имтиханы бер нисә бурысты үтәй. Уҡыусылар өсөн – ул насар баһа алыуҙан ҡурҡмай ғына үҙ көсөн баһалау мөмкинлеге. Уҡытыусылар өсөн –– уҡыусыларҙың белемдәрендә етешһеҙлектәрҙе асыу һәм әҙерлеккә төҙәтеүҙәр индереү. Ойоштороусылар өсөн – имтихан үткәреү пункттарының, техниканың әҙерлеген һәм бөтә хеҙмәттәрҙең көйлө эшен тикшереү", – ти Әбйәлил районы мәғариф бүлегенең төп белгесе Аэлита Истамбаева.
Сығанаҡ: Әбйәлил район хакимиәтенең мәғариф бүлеге.