-8 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
27 Февраль , 11:18

Уҡыусы көн дә 10 сәғәт ваҡытын дәреслектәр менән үткәрә

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндың Дәүләт Думаһында сығыш яһағанда әйтеүенсә, хәҙерге мәктәп уҡыусыһы тәүлегенә 10 сәғәт ваҡытты дәреслектәр менән үткәрә. Дәрестәрҙә ултыра, ҡайтҡас оҙаҡ итеп дәрес әҙерләй.

Балаларҙың буш ваҡыты ҡалмауы ата-әсәләрҙе лә, уҡытыусыларҙы ла борсой, тинеләр Думала.

Премьер-министр был мәсьәләне хәл итеү саралары күрелә башлауы тураһында белдерҙе. Мәҫәлән:

- ағымдағы уҡыу йылында контроль эштәр күләме бөтә уҡыу ваҡытының 10 проценттан ашыуын алмаҫҡа тейеш,

- өйгә эштәрҙе эшләүгә кәрәкле ваҡыт билдәләнгән,

- мәктәп программаһы менән БДИ һәм ТДИ йөкмәткеһе араһындағы айырма бөтөрөлгән. Шунлыҡтан хәлдән тайҙырғыс өҫтәмә күнекмәләр эшләү, репетиторҙар ярҙамы алыу кәрәге булмаҫҡа тейеш. Һынауҙарҙа дәрестә үтелгән белемдәр тикшерелә.

"Уҡыу көсөргәнеше темаһы һәр ваҡыт бәхәсле булды, ләкин беҙҙең бурыс – белем биреүҙе һөҙөмтәле, әммә балаларҙың һаулығына зыян килтермәҫлек итеү өсөн шарттар тыуҙырыу", – ти Михаил Мишустин.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Теги: тдибди
Читайте нас