Бөгөн, 4 мартта, илдә күнекмә БДИ-лары үтә. Уларҙа бөтәһе 465 меңләп 11-се синыф уҡыусыһы ҡатнаша. Уҡыусылар имтихандың нисек барасағы менән таныша, имтихан заданиеларына оҡшаш күнегеүҙәр эшләп ҡарай.
Ойоштороусылар шулай уҡ имтихандарҙа ҡулланыласаҡ техниканы, элемтә каналдарын, видеокүҙәтеү системаларын, Linux операцион системаһын файҙаланған ватан программа тәьминәтен һынай.
Күнекмә һынауҙа илдең 88 субъектындағы һәм сит илдәрҙәге 4889 имтихан алыу пункты һәм уларҙы хеҙмәтләндергән 187 мең самаһы белгес ҡатнаша.
Күнекмәләрҙе быйыл йышайтҡандар. Ошондай саралар 28 ғинуарҙа, 18 февралдә үтте, киләһе һынау 14 майға тәғәйенләнгән.
Сығанаҡ: Башинформ.