-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
12 Март , 15:15

Стәрлетамаҡ уҡыусылары Милли технологик олимпиадала призер булған

Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары, төплө белемдәрен ҡулланып, яңынан-яңы еңеүҙәр яулай. Әле бына Милли технологик олимпиаданың (МТО) финалында 11-се "А" синыфы уҡыусылары Данил Зазацкий менән Богдан Глуховцев олимпиада призеры булған.

МТО Рәсәй уҡыусылар олимпиадалары советының балаларға льготалар бирә торған олимпиадалар исемлегенә индерелгән. Еңеүселәре һәм призерҙары вуздарға имтиханһыҙ инеү йә профилле предмет буйынса БДИ-ға 100 балл өҫтәлеү хоҡуғына эйә.

Был олимпиада Рәсәй уҡыусылары өсөн төп команда инженерлыҡ ярышы булып тора. Уны РФ Фән һәм юғары белем министрлығы менән "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" платформаһы "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә үткәрә.

Быйылғы XI миҙгелдә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм 7 сит илдән 226 мең кеше ҡатнаша. Финал этаптары 11 ҡалала 2026 йылдың апреленә тиклем бара.

Фото: Илдар Ҡаҙнабаев | Стәрлетамаҡтың 3-сө лицей-интернаты

Сығанаҡ: Башинформ.

Стәрлетамаҡ уҡыусылары Милли технологик олимпиадала призер булған
Стәрлетамаҡ уҡыусылары Милли технологик олимпиадала призер булған
Стәрлетамаҡ уҡыусылары Милли технологик олимпиадала призер булған
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас