

Быйыл 9-сы синыфты тамамлаусылар өсөн 21 апрелдә имтихандар осоро асылды. Кисә ваҡытынан алда тапшырыусылар математиканан һынау тотто.
Ваҡытынан алды тапшырыу мөмкинлеге етди сәбәп менән йәй имтихандарға килә алмаясаҡ балалар өсөн булдырылған. Был кампания 18 майға тиклем бара.
Быйыл республикала 7 уҡыусы алдан тапшырыуға теркәлгән. Уларҙың бишеһе – Төп дәүләт имтиханын, икеһе – Дәүләт сығарылыш имтиханын бирә.
24 апрелдә рус теленән имтихан үтә.
28 – информатика, әҙәбиәт, йәмғиәт белеме, химия.
6 майҙа – биология, география, сит телдәр, тарих, физика.
Ауырыу арҡаһында йә ике кәрәкле предмет имтиханы дата буйынса бер көнгә төшкәнгә уҡыусы имтиханға килмәһә, 12–18 майҙа резерв көндәр билдәләнгән.
ТДИ тапшырыуҙың төп осоро 2 июндә старт ала.
Сығанаҡ: Башинформ.