+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
БДИ
26 Апреля , 09:30

Өфөлә ата-әсәләр БДИ репетицияһына килде

8–30 апрель республика ҡала-райондарында уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарының репетицияһы бара.

Өфөлә ата-әсәләр БДИ репетицияһына килдеӨфөлә ата-әсәләр БДИ репетицияһына килде
Өфөлә ата-әсәләр БДИ репетицияһына килде

8–30 апрель республика ҡала-райондарында уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарының репетицияһы бара.

Сара уҡыусылар һәм уларҙың ғаиләләре алда торған имтихандың нисек үтәсәге менән танышһын, борсолоуҙарын бер аҙ баҫһын өсөн ойошторола.

Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге гимназия-интернатта үткән һынау БДИ-һында 100-ләп кеше ҡатнашҡан. Улар химия һәм рус теленән имтихан тотҡан.

Бөтәһе лә ысын БДИ-лағы кеүек барған: теркәлгәндәр, телефондарын тапшырғандар, имтихан алды контролен үткәндәр, бланктарҙы тултырғандар. Ойоштороусылар имтихан материалдарының нисек баҫтырылғанын һәм күсереүҙән һаҡланғанлығын аңлатҡан.

Ҡатнашыусылар имтихан эшенең ҡыҫҡартылған вариантын эшләп ҡараған.

Уҡыусыларға сара генераль репетиция булһа, ата-әсәләр һынауҙарҙың нисек барғанын үҙ башынан үткәргән.

Бөтәһе лә шуны аңлаған: БДИ – ул уҡыусы өсөн белемдәрҙе баһалау ғына түгел, ә үҙ көсөңә ышаныу, ғаиләңдең аңлауы, тотҡа булыуы.

Акцияның төп маҡсаты — БДИ-ның ябайлығын һәм ҡурҡыныс түгеллеген аңлатыу. Ул – ни бары мәктәп программаһын тормошҡа ашырыуҙың сираттағы этабы, балалар мәктәптә уҡығанда нимәгә өлгәшкәнен күрһәтә, — тигән Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин. – Имтихандар башланыуға бер ай самаһы ваҡыт ҡалды. Уҡыусыларҙың барыһына ла иғтибарын туплауын, берҙәм дәүләт имтиханына тыныс ҡарауын, һәләттәрен күрһәтеүен, яҡшы билдәләр алыуын, һөнәр һайлауын һәм уҡырға инеүен теләйем”.

 

ФОТО: БР Мәғариф министрлығы / матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: Башинформ.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас