

9-сылар өсөн телдән тарих имтиханын 2028 йылдан да алда индермәйҙәр. Был турала Рособрнадзор етәксеһе Анзор Музаев хәбәр иткән.
Элегерәк, был имтихан, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына (ГИА) индереү шарты булараҡ, ғинуар-апрель айҙарында үткәрелә башлаясаҡ, тиелгәйне.
2026/27 уҡыу йылында телдән тарих имтиханын ҡабул итеү форматы менән уҡытыусыларҙы таныштырасаҡтар.
Сығанаҡ: Башинформ.