+27 °С
Облачно
БДИ
15 Мая , 08:04

Илдә ТДИ үткәреүгә әҙерлек нисек бара?

Башҡортостанда туғыҙынсы синыфта уҡыған 54 меңдән ашыу бала ТДИ тапшырасаҡ. Мотлаҡ предметтар булып рус теле һәм математика ҡала, тағы ике предмет – һайлау буйынса.

Илдә ТДИ үткәреүгә  әҙерлек нисек бара?Илдә ТДИ үткәреүгә  әҙерлек нисек бара?
Илдә ТДИ үткәреүгә әҙерлек нисек бара?

Башҡортостанда туғыҙынсы синыфта уҡыған 54 меңдән ашыу бала ТДИ тапшырасаҡ. Мотлаҡ предметтар булып рус теле һәм математика ҡала, тағы ике предмет – һайлау буйынса.

Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Рособрнадзор етәксеһе Анзор Музаев менән төп дәүләт имтиханына әҙерлек тураһында һөйләшеү үткәрҙе.

Анзор Музаев премьер-министрға быйыл Рәсәйҙә 1,7 миллион 9-сы синыф уҡыусыһы ТДИ тапшырасағын хәбәр итте.

Михаил Мишустин имтихандарҙың балаларға ла, ата-әсәләргә лә һынау булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм, уның процедуралары ҙур борсолоуҙар килтермәһен ине, тигән теләк белдерҙе.

Хөкүмәт рәйесе шулай уҡ ил Президенты ҡушыуы буйынса 2028 йылдан башлап туғыҙынсылар өсөн тарих буйынса телдән имтихандың мотлаҡ буласағын иҫкә төшөрҙө. Федераль педагогик үлсәүҙәр институты имтиханды үткәреү моделен эшләй башлаған. Проект уҡытыусылар, эксперттар, уҡыусылар менән фекер алышыуға сығарыласаҡ, шунан апробация һәм йәмәғәт фекер алышыуы үтәсәк.

ТДИ үткәргәндә ватан программа тәьминәтенә күсеү ҙә мөһим технологик аҙым булып тора. Анзор Музаев әйтеүенсә, 6 субъект – тулыһынса, 26-һы –  өлөшләтә Рәсәй программа тәьминәтен файҙалана башлаған. Һынау уңышлы үтелһә, киләһе йылдан уны бөтә имтихандарға ла таратыу күҙҙә тотола.

Урта һөнәри белем биреүҙе киңәйтеү буйынса эксперимент та уңышлы бара. Уны РФ Мәғариф министрлығы, Рособрнадзор һәм Дәүләт Думаһы тормошҡа ашыра.

Фото: Башинформ / архив.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Теги:тди
Читайте нас