+11 °С
Облачно
БДИ
16 Мая , 11:00

БДИ варианттары дәүләт сере кеүек һаҡлана

Берҙәм дәүләт имтихандары етә килә селтәрҙә киберуғрылар әүҙемләшә. Уҡыусыларға улар, имеш тә, имтихандарға ысынлап та биреләсәк материалдарҙы йә “әҙер яуаптарҙы” тәҡдим итә. Розобрнадзор иһә КИМ-дарҙың бик ныҡлы һаҡланыуын һәм һис нәмәнең тышҡа сығарылмауын билдәләй.

БДИ варианттары дәүләт сере кеүек һаҡланаБДИ варианттары дәүләт сере кеүек һаҡлана
БДИ варианттары дәүләт сере кеүек һаҡлана

Берҙәм дәүләт имтихандары етә килә селтәрҙә киберуғрылар әүҙемләшә. Уҡыусыларға улар, имеш тә, имтихандарға ысынлап та биреләсәк материалдарҙы йә “әҙер яуаптарҙы” тәҡдим итә. Розобрнадзор иһә КИМ-дарҙың бик ныҡлы һаҡланыуын һәм һис нәмәнең тышҡа сығарылмауын билдәләй.

Беләһегеҙме, имтихан материалдары нисек төҙөлә? Ябыҡ биналарҙа, һәр хәрәкәтте аулап торған видеокамералар күҙәтеүе аҫтында, күсереүҙән һәм рөхсәтһеҙ инеүҙән ныҡлы һаҡланған хәлдә.

Заданиелар бик күп вариантта эшләнә. Төбәктәргә һәм сәғәт бүлкәттәренә имтихан башланыуға 30 минут ҡалғанда, махсус асҡыстарҙы файҙаланып, автомат рәүешендә таратыла.

Ҡайһы төбәккә ниндәй вариант эләгерен бер кем дә белмәй. Шуға “Алыҫ Көнсығыштан яуаптар” ҙа, “ селтәргә түгелеүҙәр” ҙә ысынға тап килмәй.

Рособрнадзор иҫкәртә:

- “яуаптар” һәм “гарантияланған һөҙөмтә” өсөн аҡса күсермәҫкә;

- шәхси бирелмәләрҙе, паролдәрҙе һәм СМС-тан килгән кодтарҙы бер кемгә лә хәбәр итмәҫкә;

- “ГИА хеҙмәткәре” (ГИА – төп йомғаҡлау аттестацияһы) шылтыратһа, ышанмаҫҡа.

Дәүләт хеҙмәттәре порталында ике факторлы аутентификация тоҡандырырға онотмағыҙ.

Фото һәм мәғлүмәт: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас