+24 °С
Облачно
БДИ
20 Мая , 07:01

БДИ-ға килгән уҡыусыны тентергә ярамай

Рособрнадзор тәҡдимдәренә ярашлы, Берҙәм дәүләт имтиханына ингән уҡыусыларҙы уҡытыусылар ҙа, һаҡсылар ҙа тентей алмай.

БДИ-ға килгән уҡыусыны тентергә ярамайБДИ-ға килгән уҡыусыны тентергә ярамай
БДИ-ға килгән уҡыусыны тентергә ярамай

Рособрнадзор тәҡдимдәренә ярашлы, Берҙәм дәүләт имтиханына ингән уҡыусыларҙы уҡытыусылар ҙа, һаҡсылар ҙа тентей алмай.

Быйыл сыҡҡан ҡағиҙәләргә ярашлы, имтихан бүлмәһенә ингәндә тик документтарҙы тикшерәләр ҙә тыйылған әйбер алып инмәүеңде ҡарайҙар.

«Внимание: не допускается досмотр участников экзаменов. Организаторы вне аудитории и сотрудники охраны не прикасаются к участникам экзаменов и их вещам», — тиелгән документта.

Металл эҙләгес хәбәр бирһә, ойоштороусылар уҡыусыға йә уның әйберҙәренә ҡағылмай, ә сигнал биргән нәмәне үҙ ирке менән сығарып һалырға ҡуша.

Имтиханға ошоларҙы алып инергә ярамай:

- элемтә саралары, йәғни телефон

- фото, аудио, видео аппаратура

- электрон-хисаплау техникаһы

- белешмә материалдар

- яҙма мәғлүмәттәр.

КИМ заданиеларын үтәү өсөн кәрәкле уҡыу саралары ғына индерелә.

Әгәр уҡыусы металл эҙләгесте ҡысҡыртҡан әйберҙе үҙ ирке менән тапшырмаһа, уны имтиханға индермәү тураһында акт төҙөлә.

Был уҡыусыға имтиханды ҡабат тапшырыу мөмкинлеге дәүләт имтихан комиссияһы рәйесе ҡарары менән генә бирелә ала.

 

Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Теги:бди-2026
Читайте нас