+21 °С
Облачно
БДИ
1 Июня , 09:00

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы башланды

Бөгөн 1 июндә БДИ тапшырыуҙың төп осоро асылды.  Ун беренсе синыфтар уны тарих, әҙәбиәт һәм химия имтихандары менән башлап ебәрҙе. Уларҙы Башҡортостанда 5 меңдән ашыу уҡыусы тапшыра. Был турала БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итә.

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы башландыДәүләт йомғаҡлау аттестацияһы башланды
Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы башланды

Бөгөн 1 июндә БДИ тапшырыуҙың төп осоро асылды.  Ун беренсе синыфтар уны тарих, әҙәбиәт һәм химия имтихандары менән башлап ебәрҙе. Уларҙы Башҡортостанда 5 меңдән ашыу уҡыусы тапшыра. Был турала БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итә.

Иң популяр предмет – математика, уны имтихан тапшырыусыларҙың 62 проценты һайлаған. Һәр йылдағыса күптәр йәмғиәт белемен тапшыра. Шулай уҡ информатикаға, физикаға, биологияға, химияға ҡыҙыҡһыныу артҡан.

Киләһе имтихан көндәре – 4 һәм 8 июнь. 4-е – рус теле, 8-е математика (төп һәм база кимәл) тапшырыла.

11 июнгә – йәмғиәт белеме менән физика, 15-енә – биология, география, сит телдәр буйынса яҙма эш, 18–19-ына информатика һәм сит телдәрҙән телдән имтихан тәғәйенләнгән.

Резерв көндәр 22–25 июндә була.

Берәй предметтан ҡабатлап тапшырыу мөмкинлеге 8 һәм 9 июлдә бирелә.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Теги:бди-2026
Читайте нас