+15 °С
Ясно
БДИ
24 Июня , 07:29

Дүрт уҡыусы ике имтиханда 200 балл йыйған!

Башҡортостанда ике БДИ-ны 100-әр балға тапшырыусылар бар. 200 балл йыйыусылар – Стәрлетамаҡтың 31-се мәктәбе (профилле математика, физика), Өфөнөң 62-се лицейы (физика, химия), Өфөнөң Пинский исемендәге 83-сө инженерлыҡ лицейы (рус теле, физика), Дүртөйлөнөң Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы (физика, профилле математика) уҡыусылары.

Дүрт уҡыусы ике имтиханда 200 балл йыйған!Дүрт уҡыусы ике имтиханда 200 балл йыйған!
Дүрт уҡыусы ике имтиханда 200 балл йыйған!

Башҡортостанда ике БДИ-ны 100-әр балға тапшырыусылар бар. 200 балл йыйыусылар – Стәрлетамаҡтың 31-се мәктәбе (профилле математика, физика), Өфөнөң 62-се лицейы (физика, химия), Өфөнөң Пинский исемендәге 83-сө инженерлыҡ лицейы (рус теле, физика), Дүртөйлөнөң Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы (физика, профилле математика) уҡыусылары.

Физиканан 3424 кеше беррҙәм дәүләт имтиханы тапшырған. Шуларҙан 61 кеше 100 балл алған.

Йәмғиәт белемен 4949 кеше тапшырған: 3-өһө – 100-әр балл, 479-ы  юғары балл алған.

БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин ошо шатлыҡлы хәбәрҙәрҙе еткерә һәм имтихандарҙы уңышлы тапшырған уҡыусыларҙы, уларҙың уҡытыусыларын, ата-әсәләрен ҡотлай.

Фото: Валерий Шахов / Башинформ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас