+14 °С
Облачно
БДИ
30 Июня , 09:02

БДИ БАТЫРҘАРЫ. Искәндәр Йылҡыбаев

М. Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусы Искәндәр Йылҡыбаев биологиянан Берҙәм дәүләт имтиханын 86 балға тапшырған. Был – уның уҡытыусыһы Абдуллина Минзилә Булат ҡыҙының да уңышы.

Искәндәр – уҡыу йортоноң ғорурлығы. Ул гимназияны алтын миҙалға тамамлаған, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән, ике тапҡыр район хакимиәте башлығы грантына лайыҡ булған, Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшырған. Искәндәр рус теленән – 81 балл (уҡытыусыһы Уразова Лениза Ишмулла ҡыҙы), химиянан 93 (Бикбаева Лилиә Камил ҡыҙы) балл алған. Афарин!

Фото: М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты / ВК.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас