

Сибайҙың 12-се мәктәбе уҡыусыһы Фәйзуллин Асҡар биология буйынса БДИ-ны 100 балға тапшырған.
Асҡарҙың биология буйынса уҡытыусыһы – Йәнтилина Алиса Булат ҡыҙы. Өҫтәмә белемде ул ӨФһТУ Сибай институты уҡытыусылары Боҫҡонова Гөлсинә Ғилман ҡыҙы менән Ҡужина Гөлнара Шәриф ҡыҙынан да алған. Онлайн-мәктәптә күп шөғөлләнгән.
“Сибайский рабочий” гәзитенә биргән интервьюһында Асҡар биология һәм химияға ҡыҙыҡһыныуҙы бәләкәй сағында өләсәһе Нурия Мөғин ҡыҙы тәрбиәләгәне тураһында һөйләгән. Н.М. Яныбаева – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 45 йылдан ашыу ғүмерен мәктәптә химия, биология уҡытыуға биргән.
Егет тураһында уҡытыусыһы Алиса Булат ҡыҙы былай тигән: “Асҡарҙың һоҡланғыс һөҙөмтәһе – маҡсатҡа ынтылышлылыҡ, уңғанлыҡ, тәрән белем һәм предметына эскерһеҙ һөйөү өсөн лайыҡлы награда ул. Асҡар бик күп яҡлы һәм талантлы. Ул төрлө предмет буйынса олимпиадаларҙың төбәк этабы призеры булды. Ышанам, Асҡарҙы киләсәктә күп сағыу еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар көтә”.
Фото: “Сибайский рабочий” / ВК.