+15 °С
Облачно
БДИ
1 Июля , 09:36

БДИ БАТЫРҘАРЫ. Рәмилә Ишмәтова

Сибай ҡалаһының “Сибай” 3-сө республика күп профилле полилингваль гимназия-интернатын тамамлаған Рәмилә Ишмәтова информатиканы 100 балға тапшырған.

БДИ БАТЫРҘАРЫ. Рәмилә ИшмәтоваБДИ БАТЫРҘАРЫ. Рәмилә Ишмәтова
БДИ БАТЫРҘАРЫ. Рәмилә Ишмәтова

Сибай ҡалаһының “Сибай” 3-сө республика күп профилле полилингваль гимназия-интернатын тамамлаған Рәмилә Ишмәтова информатиканы 100 балға тапшырған.

Рәмиләнең уҡытыусыһы – Арсен Рәмил улы Кинйәбаев. “Рәмиләнең фекерләүе стандарт буйынса түгел, ул бик тырыш, маҡсатына ныҡышмалы барҙы. Мин уның менән ғорурланам һәм ҙур уңыштар, сәләмәтлек һәм һәр яҡтан именлек теләйем”, – тигән Арсен Рәмил улы “Сибайский рабочий” баҫмаһына.

Рәмилә Алексей Кабановтың йыллыҡ курсы буйынса шөғөлләнгән. Репетиторҙарға йөрөмәгән.  Юғары уҡыу йортонда “Программа яҙыу инженерияһы” специальносына инергә теләй.

Тырыш ҡыҙ рус теленән 91, математиканын 96 балл йыйған.

 

Сығанаҡ: “Сибайский рабочий” баҫмаһы / ВК.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас