

Йосопов Ильяс Ҡырмыҫҡалы ауылының Чугункин исемендәге мәктәбен тамамлаған. Ильяс физиканан 100 балл алған – Ҡырмыҫҡалы районында иң юғары күрһәткес.
Ильяс имтиханға үҙ аллы әҙерләнгән, репетиторҙарға йөрөмәгән. Башҡа фәндәрҙән дә балдары юғары: профилле математика – 86 балл, рус теле – 83 балл.
Егет документтарын Мәскәү энергетика институтына һәм Санкт-Петербург дәүләт аэрокосмос приборҙары эшләү университетына тапшырырға йыйына.
Ильяс уҡыусыларға шундай кәңәш бирә: «11-се синыфта бөтә иғтибарҙы БДИ-ға әҙерләнеүгә тупларға кәрәк, ә бына 9-10-сы синыфтарҙа олимпиадаларҙа әүҙемерәк бул. Әҙерләнгәндә алған белемдәрҙең имтиханда мотлаҡ кәрәге тейә».
Сығанаҡ: Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте / ВК.