+18 °С
Облачно
БДИ
3 Июля , 07:06

БДИ БАТЫРҘАРЫ. Дәүләтшин Ғилемдар

Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ғорурлығы булған шәп уҡыусыларҙың  береһе –  быйыл 11-се синыфты тамамлаған Ғилемдар Дәүләтшин.

БДИ БАТЫРҘАРЫ. Дәүләтшин ҒилемдарБДИ БАТЫРҘАРЫ. Дәүләтшин Ғилемдар
БДИ БАТЫРҘАРЫ. Дәүләтшин Ғилемдар

Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ғорурлығы булған шәп уҡыусыларҙың  береһе –  быйыл 11-се синыфты тамамлаған Ғилемдар Дәүләтшин.

Ғилемдар географиянан Берҙәм дәүләт имтиханынан 100 балл йыйҙы. Был – Байназар мәктәбе тарихында тәүге иҫ киткес шәп ваҡиға!
Афарин, Ғилемдар!  Афарин, уның остазы, юғары категориялы география уҡытыусыһы, синыф  етәксеһе, фәнни-ғәмәли, эҙләнеү эштәре конкурстарында күп һанлы еңеүсе уҡыусылары менән данлы Айһылыу Роберт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова! Афарин, ғаиләһендә һәр саҡ балаһы өсөн тырышҡан әсәһе Гөлнара апай!
Ғилемдар тураһында  Айһылыу Роберт ҡыҙы ҡыуанып бына нимәләр һөйләне:

–  Уҡыуҙа бер ваҡытта ла ул һынатмай, тик «яҡшы»  билдәләргә генә өлгәшеп, ҙур ҡаҙаныштары менән хайран итеп, бөтә фәндәрҙе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә ул. Бигерәк тә география, математика, информатика, физика фәндәрен бик ярата, улар буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй һәм Гагарин Кубогы олимпиадаларында, фәнни - эҙләнеү эштәрендә призлы урындарға сыҡты. Күп уҡыған – күп белер, тигән бик матур мәҡәл тап Ғилемдар кеүек аҡыллы, үҙ фекере булған тырыштарға төбәп әйтелгән кеүек. Яҡшы уҡыусының уҡыуға ынтылышы шул тиклем көслө. Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килеп, бөтә фәндәрҙе лә берҙәй  яратып өйрәнеүе, эҙләнеүе, яңы заман технологиялары менән ҡыҙыҡһыныуы, шәп, матур-матур презентациялар эшләүе уның уғата тырышлығын раҫлай. Иң мөһиме: мәктәп йылдарында  уҡытыусыларына хөрмәт менән ҡарауы, иптәштәренә ярҙамсыл булыуы, мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашыуы башҡа уҡыусыларға ҙур үрнәк булып тора, – тине уҡытыусы.

– Яратҡан мәктәбендә лә, өйөндә лә бар эштәргә өлгөрә Ғилемдар. Ана шулай тырыш кеше һәр яҡлап та үрнәк була, бар эштәре лә уң була, Ғилемдар тап шундайҙарҙан.
Бына шуның өсөн дуҫтары ла, тауҙай уңыштары ла күп уның һәм уны синыфташтары ла, уҡытыусылары ла хөрмәт итә. Ниндәй генә өмә, кластан тыш сара булмаһын, Ғилемдар уның уртаһында ҡайнай. Байназар мәктәбендә уҡыуға, хеҙмәткә, спортҡа, ялға, сәнғәткә берҙәй ҙур иғтибар бүленә. Ғилемдарҙы беҙ көслө спортсы булараҡ та беләбеҙ: хоккейсы, волейболсы, футболсы, баскетболсы, "Любизар" хәрби-патриотик клубы миҙалына ла эйәһе лә ул. Эшләргә теләгән тауҙай эштәр аткарыр. Быны Ғилемдар миҫалында ла күрергә була.
Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: беҙҙең мәктәптә,  "Мәктәп. Уҡыусы. Ғаилә" институты, тиһәк тә хата булмаҫ, бик яҡшы эшләй.
Ошо "өс таған" берҙәм, татыу, ойошҡанлы эшләй икән, бөтә маҡсаттарға өлгәшеп була. Быға беҙҙең мәктәптә ныҡлы нигеҙ һалынған, – ти,  ҡыуаныстары менан уртаҡлашып, Байназар мәктәбе директоры, Рәсәйҙең маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев.

Мәктәп уҡыусылары араһында кеселеклелеге, сабырлығы, баҫалҡылығы, кешелеклелеге, эшһөйәрлеге, һәр кем күңеленә асҡыс табыусанлығы менән айырылып торған Ғилемдарҙың район, республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған конкурстарҙа һанһыҙ еңеүҙәр яулауы һоҡланғыс. Ошо сифаттары менән  тотош мәктәптә ихтирам яуланы ул.

Ғилемдар – бер кемде лә бер ҡасан да ауыр хәлдә ҡалдырмаҫ ышаныслы дуҫ  та.
Һәр кешенең бала саҡтан уй-хыялдары, маҡсаттары була. Ғилемдар географ булыу теләге менән яна. Ниндәй генә маҡсат ҡуйһа ла, ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, үҙ юлын табып, хыялдарын тормошҡа ашырырға яҙһын уға!


Сәйҙә СӘЙӘХОВА.

Байназар мәктәбе Бөрйән районы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас