

Рособрнадзор Берҙәм дәүләт имтиханын ҡайтанан тапшырыу кампанияһына йомғаҡ яһаған. Рәсәйҙә 11-се синыфты тамамлаған балалар, имтихандарҙы ҡабат тапшырып, ошондай күрһәткестәргә өлгәшкән:
99 меңләп уҡыусы балдарын яҡшыртҡан.
12,4 мең кешенең һөҙөмтәһе әүәлгесә ҡалған.
25 меңләп уҡыусы, киреһенсә, балдарын кәметкән.
Ҡабатлап тапшырыуға йышыраҡ йәмғиәт белеме предметы һайланған.
Нейроселтәрҙәр һәм машина күҙәтеүе системаһы менән шпаргалкалар, смартфондар ҡулланыуға, заданиены аудиториянан алып сығыуға бәйле 3068 осраҡ асыҡланған.
917 кеше, быйыл тапшырыу хоҡуғынан мәхрүм ителеп, имтихандан ҡыуып сығарылған.
Контроль көсәйһә лә, статистика быйыл белем кимәле күтәрелгәнен раҫлай. Һуңғы өс йылда өс предметтан 180 һәм унан юғары балл йыйыусылар һаны 5 проценттан ашыуға артҡан, имтиханда минималь кимәлдән түбәнерәк баһа алыусылар 4 процентҡа кәмегән.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.