

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, юғары уҡыу йорттарына инеү кампанияһы бара. Ул 20 июндә үк башланды.
Быйыл ниндәй яңылыҡтар бар? Бына улар:
- Ғаризаларҙы хәҙер “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы “Вуздарға онлайн инеү” суперсервисы аша ғына биреп була. Уҡыу йорттарының үҙ сайттары аша ғаризалар ҡабул ителмәй. Йәнә уҡыу йортона барып, документтарыңды үҙ ҡулың менән тапшырырға йә почта аша ебәрергә була.
- “Тынлыҡ көндәре” индерелгән. Абитуриенттарҙың уҡыуға алыныуы тураһында бойороҡ сығарылған көндәрҙә порталда ғаризаны кире ҡайтарып алыу һәм ҡабул ителеүгә ризалыҡты кире алыу мөмкинлеге бикләнә.
- Юғары уҡыу йортона инеү өсөн минималь балдар яңыртылған:
рус теленән – 40
профилле математиканан – 40,
физиканан – 41,
йәмғиәт белеменән – 45,
информатиканан – 46,
сит телдән – 40.
Физика 140 инженерлыҡ специальносының 25-е өсөн мотлаҡ предмет ителгән.
43 специальность буйынса вуздар тарих фәнен үҙ ҡарары менән мотлаҡ имтихан итә ала.
- Урта һөнәри уҡыу йортон тамамлаусылар юғары уҡыу йорттарына тик алған профиленә тап килгән специальностарға ғына БДИ-һыҙ инә ала. Башҡа специальносҡа инеү өсөн БДИ тапшырырға кәрәк.
- Маҡсатлы квота бюджет урындарының дөйөм һанына ҡарата проценттарҙа түгел, ә урындарҙың, заказсыларҙың, вуздарҙың, уҡыу формаһының һәм программаларҙың аныҡ һанын күрһәтеп билдәләнә. Вуздарға урындарҙы квоталар буйынса үҙҙәренсә бүлергә рөхсәт ителә.
***
Башҡортостанда абитуриенттарға, урта һөнәрселек белеме алғандарҙы ла иҫәпкә алып, 17 мең бюджет урыны булдырылған.
Бакалавриатҡа һәм специалитетҡа 11 меңдән ашыу урын бар.
Был һандарға ярашлы, республика мәктәптәрен тамамлаусыларҙың 75 проценты самаһы бюджет урынына инә ала.
Фото: Олег Яровиков / Башинфор архивы.