

2026 йылдың 1 авгусынан башлап БДИ-ны 100 балға тапшырыусыларҙан Башҡортостан Башлығы премияһына ғаризалар ҡабул ителә.
Түләм 150 мең һум тәшкил итә. Тик уны алыр өсөн 100 балсы Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ҡатнашыусыһы булған төбәк юғары уҡыу йортона уҡырға ингән булырғатейеш. Премия күләме нисә фәндән 100 балл алыуға бәйле түгел.
Иң юғары һөҙөмтәле уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һум премия ҡаралған.
Премияны алыуға документтар йыйылмаһы:
- ғариза
- персональ бирелмәләрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ
- паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләре
- банк иҫәбе реквизиттары
- вуздан уҡырға инеү тураһында белешмә.
Ҡағыҙ документтар БР Мәғариф министрлығының 105-се кабинетында 2026 йылдың 20 авгусына тиклем ҡабул ителә.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы.

