

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең МАКС-тағы каналында быйылғы Берҙәм дәүләт имтихандарында икешәр предметтан 100-әр балл йыйған мәктәп тамамлаусылар тураһында ҙур ғорурлыҡ, шатлыҡ һәм өмөт тулы пост ҡуйған, уларҙы киләсәктә республикаға идара итеүселәр тип атаған.
Быйылғы БДИ-ла 210 эш 100-әр балға баһаланды (былтыр – 159, 2023 йылда – 82). Былтыр өс предметтан 300 балл алған Өфө егете Алексей Лобовтың уңышын быйыл ҡабатлаусы булмаһа ла, уның ҡарауы 11 уҡыусы 200 балға өлгәште (былтыр – 5 уҡыусы).
Радий Хәбиров тәбиғи фәндәр буйынса 100 баллылар күбәйеүенә шатлана: быйыл физиканан – 69 (былтыр 36), профилле математиканан – 21, (былтыр – 10), биологиянан 12 эш (былтыр – 3) 100 балл яулаған.
“Был ошо сәбәптән дә мөһим: төбәктәр алдында математика һәм тәбиғи фәндәрҙе уҡытыу сифатын күтәреү бурысы ҡуйылды. 2030 йылға йомғаҡлау аттестацияһы өсөн уларҙы һайлаған мәктәп тамамлаусылар һаны кәм тигәндә 35% булырға тейеш. Беҙҙең иһә быйыл – 41,8%, беҙ – илдә лидер. Был да бик лайыҡлы һөҙөмтә”, – тип яҙа төбәк Башлығы.
Радий Хәбиров ябай булмаған БДИ марафонын лайыҡлы үткән мәктәп тамамлаусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен ҡотлай. “Бөтә педагогтарыбыҙ алдында профессионализм өсөн баш эйәм”, – тип һоҡланыуын белдерә Радий Фәрит улы.
Һуңғы йылдарҙа, федераль аҡсаларҙы һәм мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса Президент программаһын файҙаланып, мәктәп инфраструктураһы яңыртыла. Республика етәксеһе билдәләүенсә, балалар быға яҡшы белемдәре менән яуап бирә. “Һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булһын өсөн артабан эшләйбеҙ”, – ти ул.
Фото: Радий Хәбиров / МАКС-канал.