

Бөгөн Ағиҙел ҡалаһына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл математика буйынса БДИ-ны 100 балға, физиканы 98 балға тапшырған Эмиль Тлеспаев менән аралашты.
Профилле олимпиадалары менән БДИ һөҙөмтәләре Эмилгә Мәскә физика техник университетына инеү мөмкинлеген асҡан.
Эмиль Тлеспаев – уҡыуға ла, спортҡа ла шәп егет. Былтыр ул мас-рестлинг буйынса донъя чемпионы булғайны.
“Радий Фәрит улы менән көтөлмәгән аралашыу күңелгә яҡын булды. Ул бик алсаҡ һәм аҡыллы, миңә уҡыуымда уңыштар теләне, республика үҙенең Мәскәү юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттарына ярҙам итеп тороуы тураһында һөйләне. Республикабыҙ абруйын күтәрешергә һәм отличноға уҡырға тырышасаҡмын”, – тигән Эмиль тәьҫораттары менән уртаҡлашып “Башинформ” хәбәрсеһенә.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ.