-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Диктор ҙа булып китер әле!..

Әбйәлил районы Хәлил мәктәбенең 4-се синыфында шәп бер егет уҡый. Кем икән ул тиһегеҙҙер әле? Ул да булһа, Линар атлы егет! Белеп ҡуйығыҙ: фамилияһы Муралеев.

Диктор ҙа булып китер әле!..
Диктор ҙа булып китер әле!..

Хоккей уйнай, бейеү һәм көрәш түңәрәктәренә йөрөй, мәктәптә ойошторолған һәр бер сарала әүҙем ҡатнаша. Уҡыу алдынғыһы.
Синыфташтары менән дә ғорурлана Линар, сөнки уның тиҫтерҙәре ярҙамсыл, татыу, берҙәм! Шулай ойошҡан ғына булғас, төрлө байрамдар, саралар ҙа бик күңелле үтә мәктәптә. Балалар бергәләшеп йырлай, бейей, тасуири шиғыр һөйләй.
Синыф етәксеһе Фәнүзә Мохтар ҡыҙы Ғәлина уҡыусыларҙы тик башҡорт мөхитендә генә тәрбиәләй. Шуға ла балалар, матур итеп, тик башҡорса ғына һөйләшә. Үҙ телендә генә йырлай, бейеүҙәре лә тик милли стилдә!
Линар өйҙә ата-әсәһенә мал ҡараша. Йәйге каникулға сығыу менән, уны файҙалы шөғөл көтә: себештәрҙе үҙе генә ҡарап үҫтерә. Ҡасандыр бер мәл блогер булып та алғайны ул. Ютубта каналы бар ине. Ютуб хәҙер әкрен эшләгәс, каналын япҡан.
Яңыраҡ ҡына Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә бағышланған “Диктор тауышы-2025” төбәк-ара конкурсы ойошторолдо. Был конкурста Линар Муралеев беренсе урынға лайыҡ булды.
Сараны «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторған. Мәктәп уҡыусылары араһында үткән был конкурста 100-ҙән ашыу йәш хәбәрсе ҡатнашҡан. Шуларҙың 20-һе финалға сыҡҡан.
Конкурс шарттары ла бик үҙенсәлекле генә булған: “Беҙҙең мәктәп тормошо” темаһына репортажы һәм яңылыҡтар шәлкемен һөйләп видео төшөрөп ебәрергә кәрәк ине.
Линарҙың репортаж өсөн тема тиҙ табыла. Мәктәптәге өсөнсө сирек башланғыс синыфтар аҙналығы менән башланғайны. Һәм егет оҙаҡ уйлап тормай, был турала сюжет төшөрөргә була. Ә икенсе видео өсөн Хәлил ауылы яңылыҡтарын һөйләй.
Конкурстың финалы Учалы ҡалаһының 9-сы күп профилле полилингваль мәктәбендә уҙа. Абруйлы жюри  баһалаған мәртәбәле бәйгелә Линар Муралеев беренсе урынға лайыҡ була. Еңеүсе егет “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәтенең дипломы, аҡыллы колонка һәм “Ашҡына ғүмер. Әхәт Мортазин: ижад, эфир, иҫтәлектәр, мәҡәләләр” китабы менән бүләкләнә.
Әлеге мәлдә Линар, дәртләнеп, белем һуҡмағынан атлай. Ниндәй һөнәр һайларын аныҡ ҡына белмәһә лә “Диктор тауышы” конкурсында еңеү яулағас, гүйә ҡанаттар ҙа үҫеп киткәндәй булды уға. Әхәт ағаһы кеүек, бәлки, күренекле диктор булып та китер әле. Киләсәктә уның алтын тауышын Башҡортостан халҡы ишетер, тип өмөт итәйек. Ә әлегә Линар Муралеев тигән исемде хәтерҙә ҡалдыра торайыҡ.
Уңыштар һиңә, Линар!

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас