-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һәләт һәм тырышлыҡ - еңеүҙәргә илтә

Йәмле йәйҙең ҡояшлы, еләк бешкән мәлендә донъяға килә Алһыу. Ғаиләлә көтөп алған берҙән-бер ҡыҙ була ул. Әсәһе менән тәүге осрашыу минуттарында уҡ нәзәкәтле бәпес яңғырауыҡлы тауышы менән үҙенең көслө характерлы, маҡсатлы икәнлеген иҫбатларға маташа. Бәләкәйҙән тыныс бала була, юҡҡа-барға мыжып-илап та бармай. Үҙ алдына геүелдәп, уйнап-көлөп кенә үҫә.

Һәләт һәм тырышлыҡ - еңеүҙәргә илтә
Һәләт һәм тырышлыҡ - еңеүҙәргә илтә

Бер йәштән "Тамыр" телеканалы тапшырыуҙарын ҡарап, башҡорт мөхитендә үҫә, теле лә башҡортса асыла. Өс йәше тулғас та Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендәге башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй һәм бер юлы кесе йәштәгеләр өсөн бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә башлай.
Ата-әсәһе бер юлы ҡыҙҙарын Олимпия резервындағы художество гимнастика спорт мәктәбенә уҡырға бирә. Ҙур кинәнес һәм тырышлыҡ менән спорт мәктәбендә шөғөлләнә башлай Алһыу. Спорт күнекмәләрен ҡалдырмай йөрөгәс, етәкселәре Ирина Артемовна уны төркөмгә саҡыра. Ә төркөмдәге ҡыҙҙарға яуаплылыҡ та, талап та юғары. Бер коллективҡа тупланғанһың икән – артҡа сигенеү юҡ! Ауырыһаң да, хәлең булмаһа ла ҙур ярыштарҙа, келәмгә сығып, талантыңды төркөм ҡыҙҙары менән бергә күрһәтергә тейешһең. Ә ярыштарҙың да ниндәйе бит әле! Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең Мәскәү, Һамар, Екатеринбург кеүек ҡалаларында еңеүҙәр яулап, лайыҡлы урын алып ҡайталар.
2019 йылда Баҡы ҡалаһында үткән шәхси ярышта Алһыу 2-се урын яулай. Көслө характерлы ҡыҙҙың был еңеүҙәре артында спорт залында 5-7-әр сәғәт күнекмәләр, ял көндәрендә лә, тәмле йоҡо иҫәбенә таңғы 4-тән тороп, ярыштарға әҙерләнеү тора.
Шуға ла Алһыуҙың, башҡа ҡыҙҙар кеүек иркәләнеп, ҡурсаҡ уйнап ултырырға ваҡыты ла ҡалмай. 48-се Башҡорт лицейының башланғыс синыфында уҡығанда синыф етәксеһе Гөлгөнә Ишбулды ҡыҙы Әхмәрова, дәрестәрҙе ҡалдырып, Башҡортостаныбыҙҙың данын күтәреп, ярыштарҙа йөрөүсе ҡыҙ, уҡыуҙа артта ҡалмаһын өсөн уға һәр яҡлап ярҙам итә. Уҡыусылары күңелендә туған телгә ихтирам тәрбиәләй оло йөрәкле уҡытыусылары. Үҙебеҙҙең башҡорт йырҙарын һәм бейеүҙәрен өйрәтеп, әкиәттәрен уҡып, тыуған илебеҙгә ҙур һөйөү уята.
Уҡытыусының да, Алһыуҙың үҙенең дә тырышлығы бушҡа китмәй: башланғыс синыфты “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамлап, ошо уҡ лицейҙың Миңлеғәли Шайморатов синыфында уҡыуын дауам итә.
Бишенсе синыфтан алып лицейҙың “Сәтәкәй” КВН командаһында башҡорт һәм урыҫ телендә сығыш яһай Алһыу.
Һәр яҡлап та булдыҡлы ҡыҙ әлеге көндә кек-бокс, вокал, бейеү, йөҙөү, лазертак түңәрәктәренә йөрөүен дауам итә. Бер генә сәғәте лә бушҡа үтмәй Алһыуҙың. Һәр бер көнө, хатта ял көндәре лә алдан планлаштырып ҡуйылған.
2024 йыл тағы ла яңы хобби килтерә ҡыҙға. Модель мәктәбенә кастинг үтеп, “Престиж” модель агентствоһында ҙур теләк менән шөғөлләнә башлай. Ә быйыл, ике ай ныҡлы әҙерләнеп, лицейҙа үткәрелгән “Һылыуҡай” конкурсында Гран-при яулай. “Аманат” Республика балалар-үҫмерҙәр журналында ай һайын үткәрелеп килгән “Ай, һылыу!“ конкурсында ла ҡатнашты Алһыу.
Әле 8-се синыфҡа күскән уҡыусы, “Лидерлыҡ программаһы”ның барлыҡ курсын үтеп, үҙе кеүек үҫмер балалар араһында капитан эшен алып бара. Быйыл Телевизион мәктәпкә уҡырға инергә тигән теләк менән яна зирәк аҡыллы ҡыҙ. Телеграм каналында блогер булараҡ та шәхси каналын алып бара. Үҙе кеүек үк лидер, алдынғы ҡарашлы тиҫтерҙәре менән аралаша.
Әсәһе Регина Рәмил ҡыҙы менән бергәләп, Алһыу өс йыл дауамында, ҡыш көндәрендә лә мәкелә һыу инеп, тәнен сихәтләндерә. Шулай уҡ төрлө йүгереү марафондарында ла ҡатнаша улар.
Спорт менән дуҫ йәшәүсе Алһыу Ғәниева туғыҙ йыл эсендә, ҙур еңеүҙәргә өлгәшеп, 100-гә яҡын миҙалға лайыҡ була!
Көслө рухлы, маҡсатлы ҡыҙға киләсәктә барлыҡ изге теләк-хыялдарының тормошҡа ашыуын, яңы бейеклектәр яулауын теләйбеҙ! Бәхетле бул, Алһыу!

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас