– Ниндәй мәктәптә, нисәнсе синыфта белем алаһың, Әҙилә һылыу?
– Учалы ҡалаһының Сабир Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейының 6-сы синыфында уҡыйым. “4” һәм “5” билдәләренә өлгәшәм.
– “Аманат” журналын уҡыйһыңмы?
– Эйе, әсәйемдәр "Яйыҡ" гәзитенә, "Учалинская газета"ға, “Аманат”журналына гел яҙыла. Журналдың һәр һанын көтөп алам.
– Уҡыуҙан тыш нимәләр менән шөғөлләнәһең?
– Мәктәп һәм синыф тормошонда ҙур теләк менән ҡатнашам. Синыфташтарым менән бергә спорт ярыштарында алдынғы урындар алабыҙ. Спорт яратам, бигерәк тә баскетбол, өҫтәл теннисы менән мауығам. Дуҫтарым менән тау саңғыһында, конькиҙа шыуабыҙ.
Китап уҡырға бик яратам. Ҡул эштәре менән булышыу оҡшай. Иң яратҡаным – гөлдәр үҫтереү.
– Бер туған апайың бар икән. Исеме нисек?
– Юлиә. Ул 11-се синыфта уҡый.
– Апайың менән татыуһығыҙмы?
– Әлбиттә. Атай-әсәйебеҙгә өй эштәрендә бергәләп ярҙам итәбеҙ. Каникулыбыҙ ауылда үтә. Ауылда күңелле, рәхәт. Ял итеп, көс йыйып, уҡырға ҡалаға киләбеҙ.
Өләсәйҙәремдең береһе Мәрйәм Хәйбулла ҡыҙы Фазлитдинова данлы ҡымыҙ оҫтаһы ине. Икенсе өләсәйем Хәнифә Ғиззәт ҡыҙы Сәлмәнова – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Ғаиләбеҙҙең йылҡысылыҡ хужалығы бар. Шуға йылҡы малы беҙгә бик яҡын. Атайым башҡорт тоҡомло аттар үрсетә. Уның аттары республикала, күрше өлкәләрҙә үткән бәйгеләрҙә алдынғы урындар яулай.
Апайым менән беҙ ҡымыҙ бешеүҙә булышабыҙ. Баҡсала еләк-емеш йыябыҙ, ҡош-ҡорт ҡарашабыҙ.
Йыш ҡына ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәбеҙ.
– Әҙилә, һин ауылда тыуғанһың түгелме?
– Эйе, мин Яңы Байрамғолда тыуғанмын. Ауылыбыҙ Европа менән Азия сигендә йәмле Яйыҡ буйында ултыра. Данлы ауылдаштарым – Башҡортостандың халыҡ артистары Нәжиә Аллаярова менән Әхәт Мортазин, республикаға киң билдәле Луиза Фархшатова, Ринат Ямалов, Гөлназ Мортазина кеүек шәхестәр менән менән ғорурланам.
– Киләсәктә кем булырға хыялланаһың?
– Кешеләргә ярҙам итеү оҡшай миңә. Табип булғым, һаулыҡ һағында торғом килә.
“Ай, һылыу!” конкурсы 2026 йылда ла дауам итә!
Уның шарты буйынса, ҡатнашыусылар араһынан ай һайын бер ай һылыуы билдәләнеп, фотоһы журналда баҫылып барасаҡ. Ә йыл һуңында 12 ай һылыуы араһынан иң-иңе Йыл һылыуы исемен аласаҡ, еңеүсенең фотоһы журнал тышында сығасаҡ. Һеҙҙән сифатлы фотоһүрәттәр көтәбеҙ.