-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Алмас Әмиров

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы.

Алмас Әмиров
Алмас Әмиров

Алмас Әмиров Учалы районы Ахун ауылында, үҙе әйткәнсә, “Ҡыҙыл партизан” колхозында, ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә.
Атаһы Хәҙис Абдулла улы сәнғәтте яратҡан кеше, ғүмере буйы водитель булып эшләй. Алмасҡа ете йәш тулған йылда уның атаһын Бөйҙө ауылы эргәһендә ятҡан ат фермаһына мөдир итеп ебәрәләр, кинйәкәй булғас, уны үҙҙәре менән алалар, ә башҡа балаларҙы дәү әниенә ҡалдыралар.
Шул ауылда Алмас беренсе синыфҡа уҡырға бара. Бер ҡатлы бәләкәй таш өйҙә урынлашҡан башланғыс мәктәптә — бер кабинетта өс рәткә ҡуйылған парталар, өс синыфты ла бер уҡытыусы уҡыта. Бер йылдан ата-әсәһе: “Балаларҙан айырым йәшәп булмай”, – тип, кире Ахунға күсеп ҡайта. Ысынлап та, ата-әсәһе бала йәнле була – һәр береһен ҡурсалап үҫтерәләр.
Алмасҡа ун биш йәштәр тирәһендә ул ғаиләһе тураһында бик ҙур яңылыҡ белә – баҡтиһәң, ике апаһы менән ағаһы атаһының тәүге ҡатынынан тыуған балалар икән! Уларҙың әсәһе йәшләй генә фажиғәле үлгән дә, Алмастың әсәһе, өс балалы иргә кейәүгә сығып, уның балаларына ла әсәй булған.
Алмастың бала сағында ауылдар бөгөнгөләй “урыҫлашмаған”, шуға Өфөгә килгәндә Алмас урыҫса ныҡ акцент менән һөйләшкән. Әле һаман курсташтары тарих дәресендә һөйләгәнен иҫкә алып, “Напалион вилиль паднять билый флажок” (Наполеон велел поднять белый флажок) тип, унан көлә икән.
Алмас һәр ваҡыт атаһы янында йөрөй, колхоз биләмәләрен көнөнә әллә нисә урайҙар. Бигерәк тә колхоз гаражына йөрөргә ярата, сөнки ундағы ир-егеттәр уны күреү менән: “Ооо, Әмиров килгән” тип, уны ултырғысҡа баҫтырып ҡуйып, йырлаталар, Алмас ҡысҡырып “Әҡлимә”не йырлай башлай, унан икенсе йыр­ға күсә, таҡмаҡтарҙы ла ҡалдырмай. Шунан “концерт”ын:
“Бәләкәй генә турғай,
Ҡарындыҡты тырнай,
Һин дә егет, мин дә егет –
Кәләш алып булмай!” – тип тамамлап ҡуя, ә “тамашасылары” малайға бишәр тин аҡса бирәләр. Шулай итеп, бала саҡта уҡ “гонорар” ҙа эшләп йөрөй. Пионер отрядтары йы­йылыштарында, ғөмүмән, мәктәптә үткән һәр сарала ҡатнаша. Йыр менән сафта йөрөгәндә ул гел башлап йырлай.
Алмас Әмиров — профессиональ баянсы. Ахунда музыка мәктәбе асылғас, уларҙан “Кемдәр баянда уйнарға өйрәнергә теләй?” – тип һорайҙар, бөтә синыф тиерлек баян синыфына яҙыла. Һөҙөмтәлә, Алмас бер үҙе музыка мәктәбен, хатта һуңынан Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.
“Сәнғәт училищеһында уҡыған йылдарҙағы мине күҙ алдына килтерегеҙ: метр ярым буйлыҡ бәләкәй малай көн һайын иртән “Башҡортостан” сауҙа үҙәге янында урынлашҡан Йәштәр бульвары урамындағы дөйөм ятаҡтан ҙур, ауыр баянды һөйрәп килә. Көн һайын! Шулай дүрт йыл уҡый. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: ул баянды тубыҡтарыма ҡуйып ултырһам, баян аша күҙҙәрем генә күренеп тора ине… Әммә барыбер Сәнғәт училищеһын тамамланым…” – тип иҫкә ала ул студент йылдарын.
Хәрби хеҙмәткә китер алдынан, Учалы районына ҡайтып, Ахун музыка мәктәбендә директор вазифаһында эшләй хатта!.. Бер аҙна буйы мәктәпкә йөрөй, тик мәктәп буп-буш, бер кем дә юҡ, сөнки бөтәһе лә йәйге оҙайлы ялда.
Бер көндө ике туған апаһы, танылған йырсы Нәзифә Ҡадирова, шылтыратып, Рифҡәт Исрафилов курс йыя, егеттәр кәрәк, тип, Өфөгә саҡырып килтерә. Шунда курсташтары араһында уның тураһында “самый лучший баянист среди актеров и самый лучший актер среди баянистов” тигән мәрәкә тыуа.
Курстың художество етәксеһе – Рифҡәт Исрафилов, уҡытыусылары – Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева, Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева һәм Булат Батыр улы Хәйбуллин.
Уҡырға ингәндә Рифҡәт Вәкил улы: “Уҡыған ваҡытта кейәүгә сығыуҙы, өйләнеүҙе ҡәтғи рәүештә тыям!” – тиһә лә, уларҙың курсындағы егеттәр һәм ҡыҙҙар бер-береһе менән өйләнешә. "Алмас менән Гөлнара, Алмас Сәйетов — Зилә Сәйетова, Рәсүл Ҡарабулатов менән Айгөл Аралбаева, Физалия менән Илһам Рәхимовтар, Гөлназ Ирсаева менән Борис Круглов ғаилә ҡорҙолар. Азамат Хәлилов беҙҙән өлкән курстан кәләш алды, ә бына Фәһим Әхмәтйәнов, Марс Итбаев, Юнир Ғәйнуллиндарға ғына курсыбыҙҙа ҡыҙҙар ҡалманы…"
Театрҙа уйнаған тәүге роле — “Ай тотолған төндә” спектаклендә Диуана.
Режиссер булараҡ ла Алмас Хәҙис улы үҙен һынап ҡараны, тыуған театры сәхнәһендә “Йүгер, Харис, йүгер!” (Э.Йәһүҙин), “Баллы, тирәкле Балтирәк” (А.Ишбулдина), “Ах был мөхәббәт!” (А.Чехов) спектаклдәрен ҡуйҙы.
Үҙе өсөн ҡыҙыҡлы тип тапҡан проекттарҙа ла ҡатнашырға тырыша ул, мәҫәлән, “Тамыр” балалар студияһы тапшырыуҙарында, йыр­ҙарға төшөрөлгән клиптарҙа, “Тәмле” тапшырыуында, “Бал бабай” исемле тапшырыуҙа ла төшә.
Ә киноға килгәндә – Булат Йосоповтың “Быяла юлсы”, “Ауыл өҫтөндәге йәйғор” һәм “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”; Айнур Асҡаровтың “Пилорама”, “Из Уфы с любовью” фильмдарында төшкән һәм Рим Шәрәфетдиновтың “Алдар һәм һоро бүре” (Алдар и серый волк) йәнһүрәтендә лә ҡатнашҡан.
Алмас Хәҙис улының тормош иптәше лә актриса, Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлнара Ирнес ҡыҙы менән улар бер театрҙа хеҙмәт итәләр. Балалары Эмиль менән Айсулпан да ата-әсәһенең юлын һайлаған.

Динара Ҡәйүмова,
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш мөхәррире.

Автор:
Читайте нас