-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
14 Февраль 2025, 11:29

Яугирҙәребеҙгә ярҙам булһын

Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылы мәктәбенең 6-сы “В” синыфы уҡыусылары махсус хәрби операцияла хәҙмәт иткән яугирҙәребеҙгә ҡулдарынан килгән тиклем ярҙам күрһәтә. Был изге эштә балаларҙы синыф етәксеһе Р. Исламғолова әйҙәп йөрөй.

Яугирҙәребеҙгә ярҙам булһын
Яугирҙәребеҙгә ярҙам булһын

Уҡыусылар маскировка селтәрҙәре үреүгә оҫтарып алды. Һалдаттарыбыҙҙы, яу техникаһын, инженер ҡоролмаларын һаҡлау өсөн маскселтәрҙәрҙең бик файҙалы әйбер булыуын аңлап эшләй улар. Үҙҙәре үргән селтәрҙәр яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалһын тип тырышалар.

Автор: Әлфиә Аҡбутина
Читайте нас