-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ә шулай ҙа Әмирҙең хыялы тормошҡа ашты

Ейәнсура районынан 8 йәшлек Әмир Мәһәҙиевтең илһөйәрлек ғәмәле тураһында социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы һөйләгәйне. Әмир планшетҡа тип йыйған аҡсаһын махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә күсергән. Фронтҡа аҡса нығыраҡ кәрәк, унда кемдәрҙеңдер аталары йөрөй бит, тип уйлаған ул.

Ә шулай ҙа Әмирҙең хыялы тормошҡа ашты
Ә шулай ҙа Әмирҙең хыялы тормошҡа ашты

Малайҙың фиҙакәрлеге тураһында һуғыш яландарында йөрөгән Стәрлетамаҡ яугире ишетеп ҡалған. “Монах” позывнойлы яугир баланың ихлас  ғәмәленә битараф ҡала алмаған һәм уның хыялын үҙе тормошҡа ашырырға булған.

Кисә Стәрлетамаҡ ҡала советы депутаты Юрий Орда Әмир менән осрашҡан һәм “Монах”тың бүләген тапшырған. Яугир үҙе видеобәйләнеш аша Әмиргә ихласлығы, илһөйәрлеге, еңеүгә ышанысы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.  

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һөйләгән һәм:  “Был тарих саф йөрәктән ҡылынған ғәмәлдәрҙең ысын мөғжизә яһай алыуы һәм изге эштәргә илһамландырыуы өлгөһө ул”,  – тип һоҡланыуын белдергән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Ә шулай ҙа Әмирҙең хыялы тормошҡа ашты
Ә шулай ҙа Әмирҙең хыялы тормошҡа ашты
Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас