-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙәргә ярҙамға

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙамға һәр кем ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерә. Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы ла был изге эштән ситтә ҡалмай.

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙамға һәр кем ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерә. Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы ла был изге эштән ситтә ҡалмай.

Уҡыусылар ата- әсәләр ярҙамында гигиена кәрәк-яраҡтары, көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар йыя. Бергәләп яугирҙәргә посылкалар әҙерләйҙәр. Өлкән синыф ҡыҙҙары хеҙмәт дәрестәрендә уҡытыусылар менән бергә тәмле ризыҡтар бешерә. Дәрестән һуң маскировкалау селтәре үрергә йөрөйҙәр, окоп шәмдәре яһайҙар. Башланғыс синыф уҡыусылары яугирҙәргә хаттар яҙа, изге теләктәрен еткерә, матур һүрәттәр төшөрөп һала.
Тиҙерәк еңеү яулап, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар тип, барыһы ла ҡулынан килгәнсә тырыша.

Айгөл ҺАТЛЫҠОВА,

башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Яугирҙәргә ярҙамға
Яугирҙәргә ярҙамға
Яугирҙәргә ярҙамға
Яугирҙәргә ярҙамға
Яугирҙәргә ярҙамға
Яугирҙәргә ярҙамға
Яугирҙәргә ярҙамға
Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас