Ирекмәнлек эшмәкәрлеге күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урындарҙа килә. Ошо йәй Мәскәүҙә үткән “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән форумда Башҡортостан ирекмәндәре РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Кириенко ҡулынан наградалар алды. Республикалағы Халыҡ фронты етәксеһе Виталий Брыкин билдәләүенсә, беҙҙең ирекмәндәрҙе бүләкләү МХО яугирҙәренә ярҙамдың юғары кимәлдә ойошторолоуы тураһында һөйләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәр эшмәкәрлеген бик йыш телгә ала һәм уларҙың хеҙмәтенең мөһимлеген билдәләй. “Беҙҙең республиканың ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре ҡоя, яҡлаусыларыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам йыя. Мөһим эшкә ҡатнашҡандарҙың бөтәһенә лә рәхмәтемде белдерәм. Бергәләп кенә еңеүгә өлгәшә алырбыҙ”, – тине төбәк етәксеһе.
Балалар һәм үҫмерҙәр ҙә ирекмәнлек хәрәкәтенән ситтә ҡалмай, дөйөм эшкә ҡулынан килгән тиклем өлөш индерә. Бына, әйтәйек, Ҡырмыҫҡалы районы Сихонкин ауылынан 4-се синыф уҡыусыһы Артём Журавлёв бөтә йыйған аҡсаһын “Ҡырмыҫҡалылар үҙебеҙҙекеләргә” ирекмәнлек штабына МХО ихтыяжына тапшырған. Артёмдың әсәһе лә ирекмәнлек хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Ул теш табибы булып эшләй, ә буш ваҡытында Өфөләге “Башҡортостан аштары” киптерелгән аштар цехына сихонкиндар әҙерләгән сеймалды ташыуҙы ойоштора.
Йыл башындараҡ Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәгән Әмир Мәһәҙиев тигән һигеҙ йәшлек малайҙың да планшетҡа тип йыйып йөрөгән аҡсаһын МХО өсөн тапшырыуы тураһында яҙғайныҡ. Уның изге ғәмәленә башҡалар ҙа ҡушылып, 19 мең һум самаһы аҡса йыйылып, ике рация һатып алыныуы билдәле булғайны.
Фото: Ҡырмыҫҡалы район хакимиәтенең телеграм-каналы.
Сығанаҡ: Башинформ.