Полинаға 11 генә йәш булһа ла, уның “МХО-ға ярҙам өсөн”, “Рәсәй именлегенә хеҙмәт иткән өсөн”, “Украин нацизмын Еңеүгә өлөш индергән өсөн” тигән миҙалдары бар. Наградаларҙы ҡыҙыҡайға Дәүләт Думаһында тапшырғандар!
— Яугирҙарға арналған шиғырҙарҙы яҙҙырып, роликтарҙы интернетҡа һалам. Ҡарауҙар күп, — ти уҡыусы ҡыҙ. — Бынан тыш, «Ал елкәндәр» йәштәр үҙәге нигеҙендә мин ирекмәндәр штабы астым. Беҙ, биш ҡыҙ, маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ, гуманитар ярҙам йыябыҙ.
Мәктәптән һуң Полина театр вузына инергә хыяллана. Текстарҙы бик тиҙ иҫендә ҡалдыра икән:
— Хатта мәктәптә бирелгән шиғырҙарҙы ла тәнәфес ваҡытында ун минутта ятлап өлгөрәм, – ти ул.
#АманатИрекмәнлек