Был балаларҙың социаль транспорт картаһына ай һайын 60 тапҡыр йөрөрлөк аҡса күсә.
Льгота дөйөм белем биреү учреждениеларында – 1 сентябрҙән 31 майға, урта махсус һәм юғары белем биреү уҡыу йорттарында 1 сентябрҙән 30 июнгә тиклем ғәмәлдә була.
Хеҙмәттән файҙаланыу өсөн “МИР” картаһы, шулай уҡ “Алға” транспорт картаһы йәки уҡыусы картаһы булырға тейеш.
“Бирелмәләр иҡтисады” милли проекты социаль әһәмиәткә эйә булған хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереүҙе, шулай уҡ яңы сервистар булдырыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуя", - ти республиканың Цифрлы үҫеш министрлығы етәксеһе Геннадий Разумикин.
Сығанаҡ: Башинформ.