-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
10 Февраль , 13:01

Дыуан уҡыусылары яугирҙәргә ярҙамлаша

Дыуан районының Тимер Йосопов исемендәге лицей-интернаты уҡыусылары һәм уҡытыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Дыуан уҡыусылары яугирҙәргә ярҙамлаша
Дыуан уҡыусылары яугирҙәргә ярҙамлаша

Дыуан районының Тимер Йосопов исемендәге лицей-интернаты уҡыусылары һәм уҡытыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Балаларҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһы, дөйөм эштә ҡатнашырға тырышып тороуы – "Йәштәр һәм балалар" милли проектының йәш быуынды изге эштәргә рухландырыуының, илебеҙ киләсәге өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләүенең сағыу миҫалы ул.

Тырыш ҡулдар окоп шәмдәре, оҙаҡ ятыуҙан сейләнгән тирегә һөртә торған майҙар, шифалы үлән сәйҙәре, ҡоро душ, өй туҡмасы, киптерелгән емеш-еләк һәм башҡа күп нәмәләр етештерә.

Күптән түгел балалар "ғүмер беләҙектәре" үрергә өйрәнде.

Өлкәндәр менән балалар бергәләп эшләгәс, эштең һөҙөмтәлелеге ныҡ күтәрелә.

"Педагогтарға, тәрбиәләнеүселәргә һәм ата-әсәләргә битараф булмағандары һәм берлектәге ҙур эштә ҡатнашҡандары өсөн ихлас рәхмәтемде еткерәм. Бындай башланғыстар балаларҙа яуаплылыҡ, үҙ-ара ярҙамсыллыҡ һәм әлеге көндә илебеҙҙе яҡлаусыларға хөрмәт тәрбиәләй. Был – йәмәғәтселектең ысын мәғәнәһендә берҙәмлеге һәм көсө өлгөһө ул", – ти Дыуан район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Никита Шерстобитов.

Сығанаҡ: Дыуан район хакимиәте.

Дыуан уҡыусылары яугирҙәргә ярҙамлаша
Дыуан уҡыусылары яугирҙәргә ярҙамлаша
Дыуан уҡыусылары яугирҙәргә ярҙамлаша
Дыуан уҡыусылары яугирҙәргә ярҙамлаша
Дыуан уҡыусылары яугирҙәргә ярҙамлаша
Дыуан уҡыусылары яугирҙәргә ярҙамлаша
Дыуан уҡыусылары яугирҙәргә ярҙамлаша
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас