Бөгөн Рәсәйҙең бөтә мәктәптәрендә һәм колледждарында үткән "Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү" дәрестәрендә Башҡортостандан дини остаздар – Хәмзә хәҙрәт менән отец Виктор менән таныштыралар. Улар махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә.
Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Руханиҙар балаларға, үҫмерҙәргә, йәштәргә үҙҙәренең МХО-лағы бурыстары, ниңә улар бер-береһен туғаным тип йөрөтөүе, кемдәрҙең герой булыуы тураһында һөйләй.
"Дүрт йыл тиерлек Башҡортостан руханиҙары – МХО-ла яугирҙәр менән бергә. Улар вәғәз һөйләй, доға ҡыла. Яугирҙәргә һәм дә бер-береһенә һәр яҡлап ярҙамлашырға тора. Беҙҙең рухи остаздарыбыҙ – ҡаһарманлыҡ, ысын патриотизм һәм Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеге өлгөһө ул. Яҡташтарым менән ғорурланам, Аллаһы Тәғәлә уларҙы һаҡлаһын", тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең МАХ каналында.
Башҡортостандан дин әһелдәре Хәмзә хәҙрәт менән отец Виктор тураһындағы фильмды Мәскәүҙә "Россия" милли үҙәгендә лә күрһәткәндәр.
Сығанаҡ: Башинформ.