Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназияһы уҡыусыһы Ралина Риянова Башҡортостандан махсус хәрби операция яландарында хеҙмәт иткән яугирҙәргә арнап йыр яҙҙырған.
Ралинаның әсәһе Гөлназ Гапонова Алкиндағы ғәскәри часта хеҙмәт итә. Ул ҡыҙының композицияһы МХО зонаһында һәләк булған яугирҙәргә бағышланыуы тураһында һөйләй.
"Илебеҙҙе һаҡлаған был егеттәр ошонда, Алкинда, тыуып үҫкән. Улар бер ҡомлоҡта уйнаған, бер мәктәптә уҡыған. Бер-береһен бала саҡтан белгән. Хәҙер был егеттәр беҙҙең геройҙарға әйләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, МХО-ға киткән яугирҙәрҙең бөтәһе лә әйләнеп ҡайта алманы", – ти Гөлназ Гапонова.
Йырҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә Алкинда тыуып үҫкән Руслан Минғолов яҙған. Тәүҙә уны яһалма аңдан йырлатҡандар. Яҙманы Гөлназ ханым хеҙмәттәше Айгөл Ишбулатоваға ебәргән.
"Беҙ бергәләп тыңланыҡ та оҡшатманыҡ. Тере башҡарыу кәрәк, тыңлаусыларҙың йөрәгенә барып етергә... Мин ҡыҙым Ралинаға йырларға тәҡдим иттем", – ти ҡыҙҙың әсәһе.
Ралина бик йәш булһа ла, кәйефте, хистәр тәрәнлеген тапшыра алған. Йырҙы күҙ йәшһеҙ тыңлап та булмай, ти Айгөл Ишбулатова.
"Ҡайһы бер яугирҙәр менән мин яҡындан таныш инем. Кемдер күрше йортта, кемдер күрше подъезда йәшәне. Ә хәҙер улар юҡ. Роберт ағай бер ҡасан да миңә ҡулын болғамаҫ, "йә, хәлдәр нисек, нисек уҡыйһың?" тип һорамаҫ инде. Беҙ һәр һалдатты һәм уның батырлығын хәтерҙә һаҡларға тейеш", – тине Ралина.
Видео: Электрогазета / Марат Лесной монтажы.
Фото: Башинформ / Гөлназ Гапонованың шәхси архивынан.
Сығанаҡ: Башинформ.