+14 °С
Облачно

Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронт фотографияларында

Башҡортостан Республикаһы Милли архивы фондында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлын сағылдырған бихисап уникаль фотографиялар һаҡлана. Уларҙы данлы дивизияның фотографы Лотфулла Яҡупов төшөргән.

Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронт фотографияларындаЛегендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронт фотографияларында
Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронт фотографияларында

Л. Яҡупов дивизия менән бергә бөтә һуғышты үтә. 1944 йылда ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Бүләкләү документында былай тип яҙылған: “В работе по созданию истории дивизии и корпуса в фотосъемках проявлял большую инициативу. За время своей работы он сделал 800 снимков бое­вых расчетов, отличников боевой и политической подготовки, бойцов, сержантов и офицеров, показавших бесстрашие в боях с немецко-фашистскими захватчиками и снимки зверства немцев над советскими людьми”.
Һуғыштан һуң Лотфулла Яҡупов фотонегативтарын Башҡортостан үҙәк дәүләт архивына тапшыра.
Уларҙың күбеһе быға тиклем шул фотопленка рәүешендә һаҡлана. Былтыр БР Милли архивы, фотонегативтарҙы цифрлаусы махсус сканер алып, дивизияның фотографияларын цифрлы форматҡа күсерҙе. Ошо фотолар нигеҙендә Милли архив, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығына бағыш­лап (1941-2026), уникаль фотографияларҙан торған альбом әҙерләне. Альбомда 500-ҙән ашыу фотография тупланған.
Ул быйыл “Китап” нәшриәте тарафынан электрон форматта сығарыласаҡ. Китап “Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронт фотографияларында” тип атала.

Автор:
Читайте нас