Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының почта музейы һәм Өфө ҡалаһының бер төркөм филателистары 2022 йылда тәүге өс маркаһыҙ почта карточкаһын сығарҙы. Был хаҡта Башҡортостандың Филателистар йәмғиәте хәбәр итте.
Ике почта карточкаһында Өфө рәссамы Георгий Прокшиндың «Өфө. Покров сиркәүе» һәм «Өфөлә иртә» картиналары төшөрөлгән. Улар Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған.
«Башҡортостандан СССР геройҙары» серияһында тағы бер почта карточкаһы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, лётчик Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап сығарылған.
Карточкалар сығарыу идеяһын В.Лебедьков, В. Березин, дизайнерҙар М. Кузьмин һәм Ж. Васюкова тәҡдим иткән. Һәр береһе 136 дана тираж менән нәшер ителгән.
«Был почта карточкаларының маркаһы юҡ. Тариф хаҡы буйынса теләһә ниндәй марка йәбештереп, донъяның төрлө мөйөштәренән ебәрергә мөмкин», — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Сығанаҡ: башинформ