+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Март 2022, 09:57

Өфөлә «Ағиҙел» республика полилингваль олимпиадаһының икенсе туры үтте.

Бәйгелә V – XI синыф уҡыусылары көсөн һынап ҡараны.  Сараны үткәреүҙең маҡсаты:  бер нисә телдә яҡшы аралашҡан һәләтле балаларҙы асыҡлау,  туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеүгә дәртләндереү, полилингваль белем биреүҙе үҫтереү, балаларҙы донъяның мәҙәни мираҫына йәлеп итеү .

Өфөлә «Ағиҙел» республика полилингваль олимпиадаһының икенсе туры  үтте.
Өфөлә «Ағиҙел» республика полилингваль олимпиадаһының икенсе туры үтте.

Ситтән тороп үткәрелгән этапта 2 мең 911 уҡыусы ҡатнашты. Сайтта (Полилингвальная олимпиада "Агидель" (idel-ufa.ru)) теркәлгәндән һуң уларға «Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте»  темаһы буйынса туған һәм сит телдәрҙә (урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш, мари, инглиз, немец, төрөк, француз) текстар бирелде.  Иң күп балл йыйған 100 уҡыусы ғына икенсе турға үтә алды. Шулай итеп, Өфөлә 91 телһөйәр «Ток-шоу» форматындағы мәғариф проектында ҡатнашты. Улар командаларға бүленеп, Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенә арналған проекттарын яҡланы.

      Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге  Красноусол башҡорт интернат- гимназияһынан Иршат Дауытов һәм 1-се республика  күп профилле полилингваль гимназияһынан Анастасия Цветкова олимпиаданың еңеүселәре тип танылды. Улар Сочи ҡалаһындағы телдәр буйынса йүнәлешле лагерға юллама менән бүләкләнде.

     20 уҡыусы «Ағиҙел» олимпиадаһының призёры исеменә лайыҡ булды һәм уларға ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: