+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2022, 16:39

“Шаяниум – 2022”

Өфөлә “Шаяниум” шаяндар һәм отҡорҙар конкурсының финалы үтте. Бәйгелә баш ҡаланың төрлө мәктәп командалары ҡатнашты. Быйыл 20-се тапҡыр ойошторолған юбилей фестивале Рәсәй халыҡтары сәнғәте һәм мәҙәни мираҫ йылына арналды  һәм «Ғүмер ҡыҫҡа — үткәрмә бушҡа» девизы аҫтында үтте. Уйынсылар – шаян һәм отҡорҙарҙы Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева ла сәләмләне. Балаларға һәм уларҙың етәкселәренә башҡорт КВН-ын үҫтереүҙә ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

“Шаяниум – 2022”
“Шаяниум – 2022”

Ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл уйында  бөтәһе 32 команда ҡатнашҡан. Башҡорт телен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған отҡорҙар конкурсының ярымфиналында 14 мәктәп командаһы сығыш яһаны. Башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары командалары менән бер рәттән уҡытыу рус телендә алып барылған белем усаҡтары уҡыусылары ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте.

Сәләмләү турында һәр команда шаяртыуға булған маһирлығын күрһәтергә тырышты. Балалар мәктәптә булған төрлө хәл-ваҡиғаларҙан, ҡала,  көнүҙәк темаларға ҡағылышлы шаяртыуҙары ла булды, хатта сәйәси ваҡиғаларға ла иғтибар иткәндәр. Шулай уҡ халыҡтар дуҫлығын күрһәткән, ғаиләлә һәм төрлө урында булған (айырыуса поликлиникала) мәҙәк хәлдәр тураһында ла һөйләнеләр.

Жюри составында Башҡортостаныбыҙҙың билдәле шәхестәре, сәхнә һәм телевидение йондоҙҙары ултырҙы.

Балаларса. Ололарса. Ҡыҙыҡ. Күңелле. Берҙәм. Тырышлыҡ менән. Туған телде яратып. Оҫталарса. Быйылғы “Шаяниум” да шулай үтте.

Абруйлы жюри ағзалары баһаһы буйынса “Шаяниум – 2022” ХХ конкурсы еңесеһе тип  М. Кәрим ис. 158-се башҡорт гимназияһының ”Кендектәр” командаһы табылды. Конкурстың призерҙары тип билдәләнде:

1-се урын – ”Ҡырғаяҡтар” (1-се республика полилингваль гимназияһы)

2-се урын – ”ХХ централ” (Ф. Мостафина ис. 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), ”Тағы ла “2” (2-се башҡорт мәктәбе)

3-сө урын – “Һупайлы дәрүиштәре” (М. Исҡужин ис. 136-сы башҡорт лицейы), ”Ша-Шу-Ша” (122-се башҡорт мәктәбе), ”Сәтәкәй” (48-се башҡорт мәктәбе)

Номинациялар:

“Иң берҙәм команда” – ”Етегән+1” (102-се башҡорт мәктәбе)

”Милли колорит” – ”Ығы-зығы” (З. Биишева ис. 140-сы башҡорт гимназияһы)

”Иң шәп ҡыҙ” – Ангелина Халиҡова (“Тағы ла “2”)

”Иң шәп егет” – Алсынбай Ғарифуллин (“Ша-Шу-Ша”)

Рус мәктәптәре араһында “Затонград” (4-се мәктәп) командаһы еңеүсе.

Командаларҙың барыһына ла Өфө ҡалаһы ҡала окруғы Хакимиәтенең дипломдары һәм сертификаттары тапшырылды.

Бынан тыш, ”Ҡурай” телеканалы, ”Ағиҙел” халыҡ кәсептәре берекмәһе, шәхси эшҡыуар Динар Шаһиев та бүләктәрен бирҙе.

“Шаяниум – 2022” конкурсы тамамланды. Яңы көслө командалар билдәләнде, кемдәрҙер шатланды, кемдәрҙер сәмләнде. Уҡыусыларҙың матур сығыштары, төртмә телле шаяртыуҙары, көлкөлө сәхнә уйындары беҙҙең күңелдәрҙе яҡты хәтирәләре менән киләһе  “Шаяниум – 2023” уйындарына тиклем яҡтыртып торор, тип ышанабыҙ!

Сәлимә Ҡаранаева.

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: