+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Июнь 2022, 11:28

Фликерҙар

Уҡыусыларҙың йәйге каникулы дауам итә. Кемдәрҙер йәйге лагерҙарҙа ял итһә, икенселәр атай-әсәйҙәре менән ваҡыт үткәрә,  күптәребеҙ ауылда олатай-өләсәһе янында, тиҫтерҙәре менән бергә ял итеүҙе хуп күрә. Әммә, балалар, ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ! Дуҫтар, ә һеҙҙең кейемдәрегеҙгә һәм сумкаларығыҙға фликерҙар йәбешкәнме? Йәбештерелмәгән булһа тиҙ арала атай-әсәйҙәрегеҙҙҙән алдырып тағып ҡуйығыҙ ярай мы?!

Фликерҙар
Фликерҙар

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүлектең ҡараңғы мәлендә йәйәүленең кейемендә йәки әйберендә яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләр (фликер) мотлаҡ булырға тейеш. 
Әгәр йәйәүленең кейемендә йәки әйберендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар булмаһа, водитель уны 30 метрҙан ғына күрә, ә кеше фликер таҡһа, ул 150 метрҙан күренә. Әгәр автомобиль фараның алыҫҡа яҡтыртыусы уты менән килһә, йәйәүле 400 метрҙан уҡ күренәсәк.
Йәйәүлеләрҙең, велосипедта йөрөүселәрҙең һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент (фликер) йөрөтөүҙәре, ҡараңғы ваҡыттарҙа аварияларҙы булдырмауҙың мөһим ысулы.
Фликерҙарҙы юл өҫтөнән 80 сантиметрҙан 1 метрға тиклемге бейеклектә тағырға кәңәш ителә. Кейемгә йәки сумкаға тағылған 7 сантиметрҙан да бәләкәй булмаған тура һыҙатлы фликерҙар айырыуса нығыраҡ күренә. Ә иң яҡшыһы — төрлө формалағы һәм размерҙағы бер нисә яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләр ҡулланыу.
Фликерҙарҙы нисек дөрөҫ ҡулланырға:
– Кейемдәге яҡтылыҡ ҡайтарыусы һыҙаттар объектты ике яҡтан, йәғни, хәрәкәттең ике ағымына ла күрһәтергә тейеш.
Яҡтылыҡ ҡайтарыусы значок, брелоктарҙы өҫ кейеменә, рюкзактарға, велосипедҡа, роликка юлдан үтеп барғанда автомобиль фараһының уты төшөрлөк итеп беркетергә кәрәк.
Белгестәр билдәләүенсә, фликерҙарҙы теркәү өсөн иң уңайлы урын – ул түш һәм аяҡ. Шулай ҙа күптәр уны ҡулдарға, портфель, йә сумкаға беркетә.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: