-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июнь 2022, 10:26

Һанашмаҡтар

Бер бабай юлға сыҡҡан Тәғәрмәсе боҙолған Уны йүнәтер өсөн Нисә сөй кәрәк булған?

Һанашмаҡтар
Һанашмаҡтар

Аладан- баладан, 
Бесәй йөрөй йылғанан.
Сәүкә, сыпсыҡ,
Һин ҡал был сыҡ!

Бер бабай урманға
Утынға барған,
Уның арбаһы ватылған. 
Арбаһын төҙәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
-Биш.
Бер, ике, өс, дүрт, биш-
Бында торма, 
Һин, бар сыҡ!

Бер, ике, өс, дүрт, биш,
Алты, ете, һигеҙ,
Туғыҙ, ун.
Ундан-уймаҡ,
Табала-ҡоймаҡ,
Мейестә-бәлеш,
Сыҡ та йәбеш.

Ҡайында – ҡарға,
Имәндә – сыпсыҡ,
Ерҙә – йылан,
Һауала – ҡош,
Бар, һин сыҡ!

Ырғанан, мырғанан,
Бесәй йөрөй ҡолғанан.
Бесәй түгел, ата-ҡаҙ, 
Ата-ҡаҙҙың башы таҙ.
Аҡ сәйнүккә һалдым.
Нисә булды?
Йөҙ булды.
Әтәлсек, мәтәлсек,
Һиңә тура килде, сыҡ!

Һин-әбәк!
Гөр-гөр килеп гөрләйем,
Ваҡыт күбен белмәйем,
Ваҡыт күбен белергә,
Мин бит һеҙҙе күрмәйем.
Бик тә оҙаҡ гөрләйем,
Бынан ары түҙмәйем.
Түҙемлегем бөткәс тә, 
Йөрөп һеҙҙе эҙләйем!

Автор:"Балалар уйындары" китабынан
Читайте нас: