Күңел яҡынлығын юғалтмайыҡ
Ғафури районында ата-әсәләр һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы сара үтте.
Ошо көндәрҙә Красноусол ауылында республикала тәүгеләрҙән булып “Атай-әсәйҙәр һәм үҫмерҙәр. Күңел аша һөйләшеү” тип аталған үҙенсәлекле сара уҙҙы. Ул район мәғариф бүлегенең “Йәш блогерҙар мәктәбе. Изгелек быуыны” проектының Мәҙәни башланғыстар Президент фонды үткәргән конкурста еңеп алған грантына ойошторолдо.
Мөнәсәбәттәр ышанысҡа ҡоролһон
Үҙенсәлекле форматтағы сара ата-әсәләргә һәм балаларға үҙ-ара аралашыу, бер-береңде яҡшыраҡ аңлау һәм тыңлау мөмкинлеге бирҙе. Муниципаль кимәлдә тәүге тапҡыр үткәрелгән форум сәләмәт йәшәү рәүешен киңерәк танытыу, ата-әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, үҫмерҙәрҙе социаль әһәмиәтле хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү, йәштәрҙең ижади өлкәлә эшләү һәләтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.
Сарала 350 кеше ҡатнашырға теләк белдергән ине. Эш ете йүнәлештәге дискуссия майҙансыҡтарында ойошторолдо, уларҙа барлығы 35 спикер сығыш яһаны. Форум программаһында төрлө тематик күргәҙмәләр, педагогтарҙың оҫталыҡ өлгөләре, ҡыҙыҡлы лекциялар, саҡырылған ҡунаҡтарҙың сығыштары, бай йөкмәткеле концерт та ҡаралған ине.
Үҙенсәлекле алымдағы сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова алып барҙы. Ҡунаҡтар һәм сығыш яһаған спикерҙар араһында республика Мәғариф һәм фән министрлығының өҫтәмә белем һәм тәрбиә биреү секторы мөдире Лира Хәбибуллина, Эске эштәр министрлығының полиция участка хеҙмәткәрҙәренең һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексәнең эшмәкәрлеген ойоштороу идаралығы начальнигы урынбаҫары Людмила Дерюгина, БР Ата-әсәләр советы рәйесе Александр Мартынов, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов бар ине. Шулай уҡ Ҡалтасы һәм Балтас райондарынан вәкилдәр, ирекмәндәр ҡатнашты.
Майҙансыҡтарҙа эш гөрләне
Беренсе майҙансыҡ “Хәүефһеҙлек” тип аталды. Бындағы һөйләшеү интернет селтәрендә үҙ хәүефһеҙлегеңде тәьмин итеү, ялған мәғлүмәттәр, төрлө шикле ағымдар ауына эләкмәү тураһында барҙы, ата-әсәләргә төрлө файҙалы кәңәштәр бирелде.
Киләһе майҙансыҡ “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” тип аталды. Бында Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, “Батыр”, “Леон”, “Олимп” клубтары көрәш һәм башҡа спорт йүнәлештәре буйынса дүрт оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Шулай уҡ сәләмәт туҡланыу тураһында ла һүҙ алып барылды, был хаҡта Красноусол үҙәк район дауаханаһы педиатры һәм “Алтын ҡурай”, “Сифат тирмәне” аутсорсерҙары тарафынан йәнле сығыштар тәҡдим ителде.
“Алдынғы ҡарашлы ата-әсәләр” майҙансығында бала алдындағы яуаплылыҡ, үҙ-үҙеңде үҫтереү, төрлө сетерекле хәлдәрҙә хискә бирелмәйенсә, йәғни һалҡын аҡыл менән ҡарар ҡабул итә белеү тураһында фекер алышыу ойошторолдо. Ата-әсәләр алдында хоҡуҡ һағы хеҙмәткәре Людмила Дерюгина, Башҡортостандың Ата-әсәләр советы рәйесе Александр Мартынов һәм башҡа спикерҙар сығыш яһаны. Баланың һәләтен үҫтереү алымдары тураһында ла төплө фекерҙәр әйтелде.
“Изгелек эшлә” майҙансығында үҫмерҙәрҙе йәмғиәттәге төрлө социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеү, ирекмәнлек хәрәкәтен булдырыу тураһында һүҙ барҙы. Форум ҡунаҡтары – Ҡалтасы ауылының 2-се урта мәктәбе директоры советнигы Э.М. Камалетдинова етәкселегендәге ирекмәндәр командаһы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. “Дөйөм эш” Рәсәй йәмғиәт ойошмаһы хаҡындағы презентация һәм “Ирекмән-ПРО” конкурсында ҡатнашыу нескәлектәре күптәр өсөн ҡыҙыҡлы булды. Ирекмәндәр Анастасия Шамраева һәм Анастасия Мадьярова үҙҙәре тормошҡа ашырған “Үпкәңде ҡотҡар, үҙеңде үҙгәрт” проекты менән таныштырҙы. Ҡыҙҙар һөлөктәр ярҙамында тәжрибә күрһәтеп, вейптарҙың организмға зарарлы тәьҫирен асыҡ итеп аңлатыуға өлгәште. Был майҙансыҡтың эшендә ҡатнашҡан ата-әсәләр һәм үҫмерҙәр электрон тәмәкенең зыяны тураһында фекер алышыуға әүҙем ҡушылды. Шулай уҡ өҫтәмә белем биреү педагогы Динара Борханова Ғафури районы биләмәһендәге ирекмәндәр хәрәкәте, ә Ләйсән Табулдина инвалидтарға ярҙам итеү фонды, сәләмәтлеге йәһәтенән үҙенсәлекле балалар менән эшләү тәжрибәһе тураһында һөйләне.
“Остазлыҡ. Йәштәрҙең финанс мөмкинлектәре” майҙансығы йәштәр араһында үткәрелгән төрлө грант конкурстарында ҡатнашыу алымдарына арналды. Бында финанс грамоталылығы, “Рәсәй йәштәре”, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле”, “Сәйәхәттән дә күберәк” проекттары тураһында һүҙ барҙы. Ата-әсәләр һәм үҫмерҙәр төрлө социаль проекттарҙың эстәлеге, гранттарға ғариза биреү, конкурстарҙа ҡатнашыу тәртибе менән яҡындан таныша алды. Фекер алышыуҙы йомғаҡлау барышында ҡатнашыусылар уйын формаһында үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте.
“Үҙ-ара аңлашыу биләмәһе” майҙансығында милләт-ара дуҫлыҡ һәм татыулыҡ, ғаилә традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу тураһында һүҙ алып барылды. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның өлкән инспекторы Анна Павловна Булатова үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм хоҡуҡи тәрбиә нигеҙҙәре тураһында әңгәмә үткәрҙе. Әлеге майҙансыҡта ҡатнашыусылар М. Аҡмулла исемендәге университет психологтары менән аралашты, төрлө психологик баҫымдарға ҡаршы тороу, ғаиләләге сетерекле хәлдәрҙән сығыу алымдары тураһында белде.
“Арт-квадрат” майҙансығында үҫмерҙәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ҡом терапияһы, ҡул менән рәсем яһау, кейемгә рәсем төшөрөү, нейрографика кеүек алымдарҙы һынап ҡарау һәр кемгә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды.
Форум даими үткәреләсәк
Форумдың тантаналы ябыу өлөшөндә уҡыу һәм спорт алдынғылары, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы еңеүселәре, төбәк этабы призерҙары бүләкләнде. Шулай уҡ ошо уҡыусыларҙың ата-әсәләренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Форумда ҡатнашыусылар эш һөҙөмтәләрен барланы, был сараның үҙҙәре өсөн нимә биреүен билдәләне, ҡайһы берәүҙәр психологтар менән шәхсән аралаша алды. Ата-әсәләр ҙә, үҫмерҙәр ҙә бындай форматтағы аралашыуҙарҙың файҙалы булыуын, ҡайһы бер төшөнсәләргә ҡарата фекере үҙгәреүен әйтте. Сара атай-әсәйҙәргә балаларын яҡшыраҡ аңларға булышлыҡ итте, белгестәр тәрбиә нескәлектәре, ике быуын араһындағы күңел яҡынлығын һаҡлау серҙәре менән уртаҡлашты, тормош тәжрибәһенә таянған кәңәштәрен бирҙе. Балалар үҙҙәре өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәренең, яңы шөғөлдәрҙе һынап ҡарау ҡыҙыҡлы булыуын әйтте.
Сараның ҡунаҡтары һәм спикерҙары ла форумдың үҙ маҡсаттарына өлгәшеүен, юғары кимәлдә ойошторолоуын айырып билдәләне. “Мультяша” балалар телестудияһы 8-9 апрелдә баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында үтәсәк Республика ата-әсәләре форумында ҡатнашырға саҡырыу алды. Шулай уҡ ҡайһы бер дискуссия майҙансыҡтарындағы йүнәлештәр ҙә ошо сарала сағылыш табасаҡ.
Ғафури районы хакимиәте етәкселеге файҙалы форумды даими үткәреү ниәте тураһында белдерҙе. Был фекерҙе сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла хупланы.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА (“Башҡортостан”)