-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Февраль 2024, 06:20

Мортаза Рәхимов

Хәҙерге Күгәрсен районының Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған Тәүәкән ауы­лында бынан туғыҙ тиҫтә йыл элек була был ваҡиға. 1934 йылдың 7 февралендә колхоз рәйесе Ғөбәйҙулланың ғаиләһендә таң алдынан ир бала донъяға килә. Кендек инәһе Хәйерниса әбей: «Төклө аяғың менән кил!» — тип, сабыйҙы ҡулына алыу менән, йәш ҡатынға ҡарап:– Улың ҡотло бала булһын, килен! – тине. – Бына ҡара: сәсе үҫкән, тауышы ла көр, кәүҙәһе лә дәү! Булыр бала бишектән, тиҙәр. Ҙур кеше булыр улығыҙ, иншә Аллаһ!Бала тауышын ишетеп, ишек алдында сабырһыҙланып йөрөгән Ғөбәйҙулла өйгә кермәйенсә булдыра алманы. – Һөйөнсө, Ғөбәйҙулла мырҙам, улың бар! Моратыңа ирештең. Шалҡан һымаҡ улың, һуйған да ҡаплаған кеүек, тас үҙең, туп-тумалаҡ! Ғаиләң ишәйеүе ҡотло булһын!– Рәхмәт, Хәйерниса апай, үҙең һау-­сәлә­мәт бул. Улым булһа, Мортаза тип исем ҡушыр­мын тигәйнем…

Мортаза Рәхимов
Мортаза Рәхимов

Хәҙерге Күгәрсен районының Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған Тәүәкән ауы­лында бынан туғыҙ тиҫтә йыл элек була был ваҡиға. 1934 йылдың 7 февралендә колхоз рәйесе Ғөбәйҙулланың ғаиләһендә таң алдынан ир бала донъяға килә. Кендек инәһе Хәйерниса әбей: «Төклө аяғың менән кил!» — тип, сабыйҙы ҡулына алыу менән, йәш ҡатынға ҡарап:
– Улың ҡотло бала булһын, килен! – тине. – Бына ҡара: сәсе үҫкән, тауышы ла көр, кәүҙәһе лә дәү! Булыр бала бишектән, тиҙәр. Ҙур кеше булыр улығыҙ, иншә Аллаһ!
Бала тауышын ишетеп, ишек алдында сабырһыҙланып йөрөгән Ғөбәйҙулла өйгә кермәйенсә булдыра алманы.
– Һөйөнсө, Ғөбәйҙулла мырҙам, улың бар! Моратыңа ирештең. Шалҡан һымаҡ улың, һуйған да ҡаплаған кеүек, тас үҙең, туп-тумалаҡ! Ғаиләң ишәйеүе ҡотло булһын!
– Рәхмәт, Хәйерниса апай, үҙең һау-­сәлә­мәт бул. Улым булһа, Мортаза тип исем ҡушыр­мын тигәйнем…
– Бик хуп, Ғөбәйҙулла, бик хуп! Мортаза ул ғәрәп теленән «һайлап алынған», «яҡшы» тигәнде аңлата. Балаҡайҙың исеме есеменә тап килһен!
– Улыбыҙҙың кендек инәһе булғаның, уға ниәтләгән исемгә фатиха биргәнең өсөн ҙур рәхмәт! Бынау бәләкәй генә бүләкте ҙур итеп ҡабул ҡыл инде, – тип, йәш әсәй Ғәлимә кендек инәһенең ҡулына яулыҡ тотторҙо.
– Әйҙәгеҙ, бүләк өсөн доға ҡылып ала­йыҡ, – тип, Хәйерниса әбей, аят уҡып, доға ҡылды. – Тәүфиҡлы, аҡыллы бала булып үҫеп, илгә, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итһен Мортазабыҙ! Хоҙай Тәғәлә һәммәбеҙгә лә, изге ғәмәлдәр ҡылып, исемебеҙҙе аҡлап йәшәргә насип итһен, иншә Аллаһ! Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.
– Амин, амин! – тине Ғөбәйҙулла менән Ғәлимә, Хәйерниса әбейҙең изге теләктәрен йөпләп.
…Мортаза кесе йәштән тиҫтерҙәре менән, Күнйәп йылғаһында һыу инеп, балыҡ тотоп үҫте. Малай-шалай иртә яҙҙан, ат ялынан туп әүәләп, көҙ еткәнсе яланаяҡ футбол уйнаны, ҡышын иһә, туңған ат тиҙәген шайба итеп, сәкән һуҡты.
Ауыр һуғыш йылдары булғанлыҡтан, ауылдың барса сабаталы үҫмере колхоз эшенә лә йөрөнө. Тамаҡтары ас булып, йүнле кейеме булмаһа ла, һуғыш осоро балалары уҡыуҙа ла һынатманы.
Тәбиғәттән бирелгән һәләткә эйә булған Мортаза башҡаларҙан зирәклеге, отҡорлоғо менән айырылып торҙо. Атаһы алдырған гәзиттәрҙең эре хәрефтәрен биш йәшендә үк ижекләп уҡырға өйрәнде. Мәктәптә гел яҡшы билдәләргә өлгәште. Буш ваҡытында китап уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә әүәҫ булды, йорт эштәрендә атай-әсәһенә ихлас ярҙам итте.
Бер саҡ Мортаза ауыл китапханаһынан, ҡосаҡ тултырып, китап алып ҡайтты. Улар араһында, әҙәби әҫәрҙәрҙән тыш, ер аҫты байлыҡтары тураһында бик ҡыҙыҡлы китап та бар ине. Уны бер тынала йотлоғоп уҡып та сыҡты. Шул көндән геология тигән ғәжә­йеп донъяға башкөллө ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Тағы ла ошо хаҡтағы байтаҡ китап алып уҡыны. Һәм бер көндө, һигеҙенсе синыфты тамамлар алдынан, ата-әсәһенә:
– Мин геолог йәки нефтсе булырға ҡарар иттем. Өфөгә уҡырға барырға ине иҫәп, – тип уй-ниәтен ярып әйтеп һалды.
– Ниәт – ярты ғәмәл, тиҙәр. Беҙ уй-ниәтеңә ҡаршы була алмайбыҙ, үҙ мәйелең, улым. Шулаймы, әсәһе? – тине атаһы, ҡатынына ҡарап.
Шулай, беҙ риза, – тине Ғәлимә, Мортаза улына йылы ҡараш ташлап. – Аҡыллы, тырыш бала булып үҫтең. Аҡыл менән алтын табыла, алтын менән аҡыл табылмай, тиҙәр. Ҡайҙа барһаң да һәр саҡ һиңә Хызыр-Ильяс бәйғәмбәрҙәр юлдаш булһын!
… Таң һарыһынан йоҡонан тороп, сәй эсеп алыу менән, ерән ҡашҡаһын егеп, Ғөбәйҙулла улын Мәләүезгә алып китте. Станцияға барып етеп, Мортазаны поезға ултыртҡас: «Йыуаш булма, улым. Башыңды бер ҡасан да эйеп йөрөмә, сос бул. Тырышып уҡы!» – тип, ҡыҫҡа ғына өгөт-нәсихәтен еткереп, ҡулына бер аҙ аҡса тотторҙо.
Хуш, атай! Рәхмәт һиңә! – тип, вагон ишегенән ҡулын болғаны егет.
Нефть техникумына конкурс бик ҙур булһа ла, имтихандарҙы һәйбәт тапшырып, Мортаза студент булыу бәхетенә иреште. Шатлығынан тиҙ генә ата-әсәһенә хат яҙып ебәрҙе.
Яңы фәндәрҙе үҙләштереүе бигүк анһат бул­маһа ла, ул ныҡышлығы, сәмселлеге менән алдырҙы. Уҡыуҙа ла, спортта ла, йә­мә­ғәт тормошонда ла гел алда булды ул. Әз­мә­үерҙәй егет айырыуса гер спорты менән шөғөлләнергә яратты. 16 килолы ике гер­ҙе бер юлы күтәреп, хатта уларҙы туп урынына күккә сөйөп, күптәрҙе аптыратты. Спорт ярыштарында тиҫтерҙәре араһында уға бөтөн­ләй тиңләшеүсе булманы.
… Йылдар үтә торҙо. Нефть заводында эшләп йөрөгән арала, кис көндәре уҡып, Өфө нефть институтын уңышлы тамамлаған егет тиҙҙән абруйлы белгескә әйләнде. Ир аҫылы эштә беленә, тиҙәр бит. Ябай операторҙан алып, бер-бер артлы ҡоролма етәксеһе, цех начальнигы урынбаҫары, баш инженер вазифаларына тиклем үрләттеләр Ғөбәйҙулла улы Мортазаны. Һәр эште, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, оло яуаплылыҡ менән намыҫлы башҡарған бай тәжрибәле етәксене, бер көн килеп, илдә ғәйәт ҙур һаналған Өфө нефть эшкәртеү заводының генераль директоры итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар.
Артабанғы йылдарҙа Мортаза Рәхимов­тың тормош юлы сәйәсәт менән бәйле булды. СССР-­ҙың Юғары Советы һәм БАССР Юғары Советының халыҡ депутаты булараҡ Респуб­ликабыҙ өсөн күп изге эш башҡарҙы. Ул 1990–1993 йылдарҙа Башҡортостан Юғары Советы Рәйесе булып эшләгән осорҙа Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация, республиканың төп законы – Конституция һәм Флаг, Гимн, Герб кеүек дәүләт символдары ҡабул ителде.
…1993 йылдың 12 декабрендә булдыҡлы һәм абруйлы етәксе булып танылған Мортаза Рәхимовҡа оло ышаныс күрһәтелде – республика халҡы уны Башҡортостандың тәүге Президенты итеп һайланы.
Кендек инәһе Мортаза исеменең мәғәнә­һен ҡалай дөрөҫ әйткән атаһы Ғөбәйҙуллаға! Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле: Хәйерниса әбей нисек аңлатҡан ул исемде? Эйе, «һайлап алынған», «яҡшы» мәғәнәләрен аңлата был исем. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов йөҙәрләгән яҡшы кеше араһынан һайлап алынған иң-иң яҡшы етәксе, аҡыл эйәһе һәм оҫта ойоштороусы булып таныла. Кешенең исеме есеменә тап килә, тип боронғолар бер ҙә юҡҡа әйтмәгән шул!
Мортаза Рәхимов Башҡортостан менән идара иткән 20 йыл эсендә республикабыҙ Рәсәйҙең иҡтисади йәһәттән ныҡ үҫешкән ҡеүәтле төбәктәренең береһенә әүерелде: сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт йылдам үҫте, өр-яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, юлдар, күперҙәр, йорттар бик күп төҙөлдө, социаль мәсьәләләргә иғтибар бермә-бер артты.
Халыҡ һөйөүен яулаған Башҡортостан Президентын илебеҙ етәкселеге лә ныҡ хөрмәт итте. Бынан бер йыл элек, 2022 йылдың 11 ғинуарында ул мәрхүм булғас, Рәсәй Президенты Владимир Путин башҡорт халҡының бөйөк улын һуңғы юлға оҙатырға килде. Был ваҡиға Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың Рәсәй кимәлендә ни тиклем абруйлы һәм оло ихтирамға лайыҡ булған ҙур шәхес икәнлеген асыҡ күрһәтте.
Башҡортостаным, ғәзиз ерем, туған телем тип йән атып йәшәгән, башҡорт халҡының Салауат Юлаев кеүек оло ғорурлығы булған республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың исеме мәңге халыҡ хәтерендә буласаҡ! Уның исеме Башҡортостан һәм Рәсәй тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡалды.
Нияз СӘЛИМОВ

Мортаза Рәхимов
Мортаза Рәхимов
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: